Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы

Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (22 апрель 1929 йыл10 ноябрь 2002 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Учалы районы «Коммунар» колхозының тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы

Фазулла Зәйнулла улы Шәйәхмәтов 1929 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Ишкен ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1945 йылдан «Коммунар» колхозында эшләй башлай. Башта колхозда тракторсы, ә 1949 йылдан — иген культураларын эшкәртеү буйынса механизацияланған отряд начальнигы, 1959—1989 йылдарҙа — трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй. Тулайым иген йыйыу эшендә ҙур уңыштарға өлгәшә.

1959—1965 йылдарҙа Шәйәхмәтов бригадаһы 923 тонна иген әҙерләй, иген культураларының уңышы гектарынан 17,6 ц, шул иҫәптән бойҙайҙыҡы 19,1 ц тәшкил итә. Ул 1965 йылда план буйынса 700 гектар урынына 1250 гектар һөрөнтө ер эшкәртә.

Ғүмер буйы колхоз баҫыуында эшләй. Ҡатыны Әсмә Мөхәмәҙей ҡыҙы менән бергә 10 бала тәрбиәләп үҫтерәләр: 5 ҡыҙ һәм 5 ул. 1994 йылдан хаҡлы ялда.

Башҡортостандың Учалы районындағы Рәсүл ауылында йәшәй. 2002 йылдың 10 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әҙәбиәт

  • Платонов М. Любовь к земле // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар