Ишкен

Ишкен (рус. Ишкиново) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 186 кеше[2]. Почта индексы — 453742, ОКАТО коды — 80253891004.

Тарихы

Кантон начальнигының 1847 йылдың 25 авгусындағы ҡушыуы буйынса, Баҙарғолдан бер саҡрым алыҫлыҡта утар урынында Ишкен ауылы барлыҡҡа килә. Төп ауылдан бында 30 ғаилә күсеп килә, улар араһында 72 йәшлек Курамша Ишкининдың ғаиләһе була. Быуат уртаһында 38 ихатала 187 кеше йәшәй. 1920 йылда 46 йортта 185 кеше иҫәпләнә. Ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта 1920 йылда Ларионовтың тирмәне була. Ауыл шулай уҡ Яңы Ишкен булараҡ теркәлгән. 1866 йылда 40 йортта 220 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет теркәлгән[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 185
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 370
1959 йыл 15 ғинуар 282
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 221
2002 йыл 9 октябрь 235
2010 йыл 14 октябрь 186 91 95 48,9 51,1

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 42 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Уральск): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 49 км[4].

Урамдары

  • Урман тыҡрығы (рус. Лесной переулок)
  • Мортазин урамы (рус. улица Муртазина)
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә