Рысай (Учалы районы)

Рысай (рус. Рысаево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 563 кеше[2]. Почта индексы — 453722, ОКАТО коды — 80253825002.

Тарихы

Учалынан 11 саҡрым алыҫлыҡта Рысай ауылы барлыҡҡа килә. Ауылға 1743 йылда Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына, баш күтәреүселәрҙең ерен бүлеп биреүҙе һорап үтенес ҡағыҙына ҡул ҡуйғандарҙың береһенең исемен йөрөтә. Был — Рысай Бинәшев. Ауылдың икенсе Аҡбулат исемен антропонимдан, ләкин уны аңлатыу мөмкин түгел. Бында 1795 йылда шулай уҡ элекке старшина Әмин Ибраев та телгә алына. Уның исемен Силәбе өлкәһенең Верхнеурал өйәҙе территорияһында урынлашҡан Әмин ауылы йөрөтә. 1795 йылда ауылда 30 йортта 240 кеше йәшәгән. X рәүиз буйынса унда 111 йортта 628 кеше иҫәпләнгән. Бында мәсет, почта станцияһы булған[3].

Хәҙерге осор

Ауыл Илсе ауыл Советына ҡарай. Халҡы “Аҡ шишмә” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 563 268 295 47,6 52,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (96 %)[5].

Ревизия материалдары

1795 йыл[6], 1816 йыл [7] һәм 1816 йылдарҙа[8] Рысай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

Яйыҡ ярында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Илсе): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шартымка): 25 км

Урамдары

  • Аҡбулат урамы (рус. улица Акбулат)
  • Башҡортостан урамы (рус. улица Башкортостан)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Ҡуштүбә урамы (рус. улица Куштуба)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Шишмә урамы (рус. улица Шишма)
  • Яйыҡ урамы (рус. улица Яицкая)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)[9]

Билдәле шәхестәре

Видеояҙмаларҙа

Ер-һыу атамалары

  • Төбәк тауы[11]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Рысай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. ревизия материалдары 2022 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  9. Госсправка сайтында урамдар исеме
  10. Исторический факультет
  11. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә