Яңы Хөсәйен

Яңы Хөсәйен (рус. Новохусаиново) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Кирәбе ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2 кеше[2]. Почта индексы — 453725, ОКАТО коды — 80253840003.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 52 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кирәбе): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 44 км[3]

Тарихы

Яңы Хөсәйен ауылы (Иҡсан) Троицк өйәҙендә ҡыуаҡандарҙың һәм ҡаратабын тораҡтарының иң ҙуры булған. 1795 йылда 48 хужалыҡтың һәр береһенә 5-әр кеше тура килгән (бөтәһе 240 кеше). VIII рәүиз 49 йорттоң һәр береһендә 7-шәр кешене асыҡлаған (бөтәһе 348 кеше). Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1841 йылда 52 йортҡа 450 ат, 110 һыйыр, 611 һарыҡ, 40 баш кәзә тура килгән. Игенселеккә килгәндә, XVIII быуатта арыш, арпа сәскәндәр. 1842 йылға әле ужым игенен белмәгәндәр. 1040 бот яҙғы иген сәскәндәр.

XIX быуат уртаһынан был ауыл Яңы Хөсәйен тип атала башлай. Унда 1858 йылда үҙенең биш ауылдашы менән Ырымбур казак полкына яҙылған 53 йәшлек зауряд-хорунжий Хөсәйен Айтуғанов йәшәй[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2 1 1 50,0 50,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡы — башҡорттар (100 %)[5].

Ревизия материалдарында

1859 йылда[6] Яңы Хөсәйен ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Урамдары

  • Яңы Хөсәйен урамы (рус. Новохусаиновская улица)[7]

Тәбиғәт ҡомартҡылары

Ер-һыу атамалары

  • Әүәлек һырты

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 18. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә