Көсөк-Маяҡ

Көсөк-МаяҡБашҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 135 кеше[2].

Тарихы

Ҡара йылға буйында яҫауыл Көсөк Мортазин нигеҙ һалған Көсөк ауылы барлыҡҡа килә. Ул 1774 йылдың 13 июнендә Пугачев полковнигы Тиләү улусы башҡорто Әмин Ибраев һәм яҫауыл Яһаҡ Абдулғәсимов менән берлектә биш йөҙлөк баш күтәреүселәр отряды менән «Ҡатау-Иванов заводына һөжүм итәләр».Уның улы 1796 йылғы Моратша билдәле, ул зауряд яҫауыл булып хеҙмәт иткән. V ревизия был ауылда 55 ир-ат һәм 43 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 12 йортто асыҡлай. 1859 йылда 50 йортта 242 кеше иҫәпләнә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу унда 300 кеше йәшәгән 60 йортто теркәй. 1842 йылда 206 кеше йәшәгән 23 йортта 150 ат, 175 һыйыр, 240 һарыҡ булған. Май аҙағынан алып июль аҙағына тиклем күсенеп йөрөгәндәр. Игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ҡара йылғала ике тирмән булған[3].

Хәҙерге осор

Көсөк-Маяҡ ауылында 1991 йылда М. Л. Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы музей ойошторола. 1993—2005 йылдарҙа — Милли музей филиалы, 2006 йылдан алып — үҙаллы статуста.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 135 74 61 54,8 45,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 71 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙаҡҡол): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 41 км[5]

Урамдары

  • Мортазин урамы (рус. улица Муртазина)[6].

Билдәле шәхестәр

  • Мортазин Дауыт Лот улы (1893—1926) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры (1920). Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.
  • Мортазин Ибраһим Ғаззали улы (? — 1920) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының 28-се полкы командиры (1920).
  • Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935).
  • Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893 — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Айырым башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры (1920).
  • Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы (1883—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.

Иҫкәрмәләр

  1. https://web.archive.org/web/20131020083342/http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/Численность+населения+по+населенным+пунктам+Республики+Башкортостан.pdf
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Госсправка сайтында урамдар исеме

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә