Юлдаш (Учалы районы)

Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Ҡунаҡбай ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 683 кеше булған[2]. Почта индексы — 453740, ОКАТО коды — 80253845004. Яйыҡ аҡҡан торлаҡ пункт.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 16 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡунаҡбай): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 21 км

Юлдаш ауылы Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйында, Илтабан һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан[3].

Тарихы

Юлдаш ауылына Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1737 йылдан улус старшинаһы Аҡҡужа Ҡолөмбәтов исеменән Аҡҡужа атамаһы менән билдәле. XVIII быуаттың 2-се яртыһынан Юлдаш Нөркин (1738—1819) исемен йөрөтә. Улдары Әзебай һәм Тулыбай тыуған ауылдарында йәшәй.

1795 йылғы V рәүиз ваҡытына Юлдаш (Аҡҡужа) ауылындағы 30 хужалыҡта 244 кеше, 1859 йылда 47 йортта 298 кеше теркәлә. 1866 йылда 151 хужалыҡта — 954 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

1900 йылда мәсет, һыу тирмәне иҫәпкә алынған.

Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 106 йортта 547 кеше йәшәгәнлеге билдәле була[4].

Хәҙерге осор

Әлеге ваҡытта Юлдаш ауылында төп белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, балалар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 1245
1920 йыл 26 август 1545
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1074
1959 йыл 15 ғинуар 805
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 636
2002 йыл 9 октябрь 670
2010 йыл 14 октябрь 683 329 354 48,2 51,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Юлдаш ауылында башҡорттар (94 %) йәшәй[5].

Ревизия материалдарында

1816 йылда[6] Юлдаш ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Һаҙ тыҡрығы (рус. Болотный переулок)
  • Көнсығыш тыҡрығы (рус. Восточный переулок)
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Дуҫлыҡ тыҡрығы (рус. Дружбы переулок)
  • Төтөн тыҡрығы (рус. Дымовой переулок)
  • Йәшел тыҡрыҡ (рус. Зеленый переулок)
  • Квартал урамы (рус. Квартальная улица)
  • Клуб тыҡрығы (рус. Клубный переулок)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Оло тау тыҡрығы (рус. Оло-тау переулок)
  • Йылға тыҡрығы (рус. Речной переулок)
  • Төньяҡ тыҡрыҡ (рус. Северный переулок)
  • Сауҙа тыҡрығы (рус. Торговый переулок)
  • Урал урамы (рус. Уральская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[9].

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Йылғалар:

  • Яйыҡ (Урал) йылғаһы

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Юлдаш (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. Муниципальный район Зианчуринский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане района. Шагиев Ирек Хакимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2024)
  8. Скончался бывший руководитель одного из районов Башкирии Ирик Шагиев. ИА «Башинформ», 22 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2024)
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә