Муса (Учалы районы)

Муса (рус. Мусино) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Яңы Байрамғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 83 кеше[2]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855003.

Географик урыны

Тарихы

Кантон начальнигының 1847 йылдың 13 ноябрендәге күрһәтмәһе буйынса Байрамғол ауылынан 14 ғаилә Муса ауылына нигеҙ һала. 1850 йылдың 8 авгусында ошонда тағы ла 58 йәшлек Йосоп Ҡәйепҡолов етәкселегендәге 15 ғаилә, Мәҫкәү ауылынан (Йәмлих Таяров) 1 ғаилә күсеп килә. Ауыл Муса Илебәков (1790 йылда тыуған) исеме менән атала, уның балалары Мәхәмәтзөфәр, Ишнияз, Түшәкәй, Әбделяпар, Сәйетбатал, Сәйетғәфәр.

1850 йылда 30 йортта 140 кеше йәшәй. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәрендә 70 хужалыҡта 390 кеше иҫәпкә алынған[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 83 42 41 50,6 49,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Муса ауылында башҡорттар (100 %) йәшәй[5].

Билдәле шәхестәре

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Ҡыҙылташ һырты
  • Рәҫтәкташ тауы

Тәбиғәт ҡомартҡылары

  • Муса пирамидалары

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә