Илсеғол (Учалы районы)

ИлсеғолБашҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 242 кеше[2]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820001.

Тарихы

Ауылға 19 быуат уртаһында Троицк өйәҙе Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улустарының Мулдаҡай ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1850-1858 йылдар араһында Илсеғоловтар етәкселегендә Мулдаҡай ауылы халҡының бер өлөшө Мейәс йылғаһы буйында айырылып сыға һәм яңы Илсеғол ауылына нигеҙ һала. Ауылдар араһы бер саҡрым була. 1834 йылда ауылда 284 кеше йәшәй, 25 йылдан һуң — шулай уҡ. 1866 йылда 20 йортта 136 кеше йәшәгән. X ревизия ваҡытында 20 йортта 149 кеше йәшәгән. 1920 йылда 80 йортта 423 кеше иҫәпләнгән. Бынан тыш, ошо уҡ йылғала 7 йортло рудник барлыҡҡа килгән, унда «алтын ҡомдарын йыуыу өсөн фабрика» булған. Бында тирә-яҡтағы ауыл башҡорттары эшләгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 242 113 129 46,7 53,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 75 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Алтын-Таш): 15 км[5].

Билдәле шәхестәр

Урамдары

  • Алышбай урамы (рус. улица Алышбай)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Ҡасим урамы (рус. улица Касима)
  • Мейәс урамы (рус. Миасская улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[7]

Ер-һыу атамалары

  • Беләүташ тауы
  • Ҡарагөсөк тауы
  • Ҡарагөсөк йылғаһы
  • Ҡарагүл күле[8]

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Илсеғол, Мулдаҡай, Орловка ауылдары бер-береһе яҡын булыу сәбәпле хәҙерге ваҡытта берҙәм тораҡ пунктын тәшкил итә.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Список награжденных государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. 22. САГИНБАЕВА Айгуль Равиловна – артистка-вокалистка (солистка) государственного автономного учреждения культуры и искусства Республики Башкортостан Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. 2021 йылдың 23 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2019)
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме
  8. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Тема буйынса өҫтәмә