Илтабан

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Илтабан
рус. Ильтабаново
54°20′21″ с. ш. 59°16′09″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башкортостан
Муниципаль район Учалы
Ауыл советы Ҡунаҡбай
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 480[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453740
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 253 845 003
ОКТМО коды 80 653 445 106
ГКГН номеры 0520522

Илтабан (Рәсәй)
Илтабан
Илтабан (Башҡортостан Республикаһы)
Илтабан

Илтабан (рус. Ильтебаново) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 480 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253845003.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илтабан ауылына 1736 йылдың 11 февраль указына ярашлы, Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы аҫаба башҡорттары ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һалған[3]. Бында 1735—1740, 1755 йылдарҙағы ихтилалдарға ҡаршы сығыусы старшина Илтабан Степанов төпләнә. Уның командаһының һәм үҙенең сығышы тураһында Башҡортостан халыҡтарына үҙенең саҡырыуы менән билдәле булған Батырша Ғәлиев Петербургтағы Шлиссельбург ҡәлғәһенән былай тип яҙған: «Старшина Илтабан үҙенең командаһы менән, ислам динен ҡалдырып, урыҫ диненә күсергә, йәки боронғо бабаһының диненә — сыуаш диненә йәғни мәжүсилеккә ҡайтырға тейешлеге тураһында указ иғлан ителә». Был яҙмаһынан уның командаһынан күп кешеләрҙең сыуаш сығышлы икәнен белергә мөмкин. Батырша Илтабанды һәм уның кешеләрен белгән, Илтабан командаһындағы Әбдекәй Биктимеров уның уҡыусыһы булған. V рәүиз ваҡытында ауылда 230 кеше йәшәгән 35 хужалыҡ асыҡланған. X рәүиз осоронда 53 йортта 672 кеше иҫәпләнгән.

1900 йылда мәсет һәм һыу тирмәне теркәлгән. 1920 йылда 204 йортта 1053 кеше йәшәгән. Мәсет янында мәктәп булған[4]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илтабан ауылы Ҡунаҡбай ауыл Советына ҡарай. Ауылда балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 480 235 245 49,0 51,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (96 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1811 йылда[6] Илтабан ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәгенән төньяҡ-көнбайышҡа һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 14 км алыҫлыҡта Илтабан һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 10 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡунаҡбай): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 14 км[7].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аҡман урамы (рус. улица Акмана)
  • Аҡташ урамы (рус. улица Акташ)
  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Күк сәскә урамы (рус. Васильковая улица)
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Балалар баҡсаһы урамы (рус. Детсадовская улица)
  • Күл арты урамы (рус. Заозерная улица)
  • Йәщел урам (рус. Зеленая улица)
  • Зәбир тыҡрығы (рус. переулок Зябир)
  • Кедр урамы (рус. Кедровая улица)
  • Клуб урамы (рус. Клубная улица)
  • Ҡыҙылташ тыҡрығы (рус. переулок Кызыл-таш)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный переулок)
  • Күл тыҡрығы (рус. Озерный переулок)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Ҡарағай урамы (рус. Сосновая улица)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Шоссе урамы урамы (рус. Шоссейная улица)
  • Яйыҡ урамы (рус. Яицкая улица)[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 Илтабан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]