1736 йылдың 11 февралендәге Указдар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Рәсәй Фәндәр академияһы экспертизаһы

Logo-ran.png
Рәсәй Фәндәр академияһы
экспертизаһын үткән
Тулыраҡ
Aprove.svg

Рәсәй Фәндәр академияһы экспертизаһы

Arrow-Right.png
Logo-ran.png
Рәсәй Фәндәр академияһы
экспертизаһын үткән
1736 йылдың 11 февралендәге Указдар
Дәүләт
Нәшер ителеү ваҡыты 11 февраль 1736
Атамаһы 1736 йылдың 11 февралендәге Указдар

1736 йылдың 11 февралендәге Указдар — 1735—1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу сараларын билдәләгән һәм Ырымбур экспедицияһы (1734—1744) эшмәкәрлеген көйләгән норматив-хоҡуҡи акттар.

1736 йылдың 11 (22) февраль Указдары[1] Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кирилов һәм Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы А. И. Румянцев тәҡдиме менән әҙерләнгән, һәм уларға императрица Анна Иоанновна ҡул ҡуйған.

Указдар баш күтәреүселәрҙе язалау сараларын күҙ уңында тотҡан:

Яуаплылыҡҡа тарттырылған ихтилалда ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын Тарихи Башҡортостандан ситкә оҙатырға, ҡоллоҡҡа һатырға һәм көсләп суҡындырырға тейеш булғандар[2].

Мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәр ихтилалда ҡатнашҡан башҡорттарға ер өсөн оброк түләүҙән тулыһынса азат ителгән. Баш күтәреүсе башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы мишәрҙәргә бирелергә тейеш булған. Дворяндар, мишәрҙәр һәм офицерҙарға башҡорт общиналары ерҙәрен һатып алырға хоҡуҡ бирелгән. Указдарға ярашлы, Ырымбур комиссияһы начальнигы Башҡортостандағы ерҙәр менән иркенләп тотона: редуттар һәм форпостарға нигеҙ һала, уларҙа гарнизондар урынлаштыра, тау заводтары һәм ҡәлғәләре төҙөтә, күсеп килеүселәргә таратып бирә алған.

Бынан башлап батша хакимиәте рөхсәтенән башҡа йыйындар үткәреү тыйылған. Башҡорт улустарындағы старосталар урыҫ хакимиәтенә тоғро старшиналар менән алмаштырылырға тейеш булған.

Указдарға ярашлы, башҡорттарға тимерлектәр тотоу һәм ҡорал һатып алыу тыйылған. Шулай уҡ уларҙы ҡоралһыҙландырырға ҡушылған.

Указдарға ярашлы, мәсет һәм мәҙрәсәләр төҙөүгә сикләүҙәр индерелгән. Башҡортостанда ахундар һаны даруғалар һанына (Нуғай даруғаһы, Себер даруғаһы, Ҡазан даруғаһы һәм Уҫы даруғаһы) ҡарап дүрткә саҡлы ҡыҫҡартылған. Ахундар урындағы властар хуплауынан сығып ҡына тәғәйенләнергә тейеш булған.

Указдар буйынса, Ҡаҙан губернаторы рөхсәтенән тыш Ҡаҙан татарҙары менән никахлашыу тыйылған.

1736 йылдың 11 феврале Указдары Башҡортостанға килгән дворяндарҙың, керҙәштәрҙең һәм башҡа күсеп килеүселәрҙең ергә хоҡуҡтарын киңәйткән һәм шул уҡ ваҡытта аҫаба халыҡтың хоҡуҡтарын сикләгән.

Указдарҙа һанап үтелгән ҡайһы бер пункттар 1737 йылдан Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищев етәкселегендә тормошҡа ашырылған.

 — Свердловск: Изд-во Урал. ун-та, 1991.