Аҡай Күсемов

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡай Күсемов
башҡ. Аҡай Күсем улы
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны Нуғай даруғаһы, Тамъян улусы
Вафат булған көнө 1738 йыл һуң, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ
Вафат булған урыны
Ил
Эшмәкәрлеге батыр
Атаһы Күсем Түләкәев
Балалары Абдулла Аҡай улы

Аҡай Күсемов (? — 1738 йыл һуң, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡай Күсемов 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Күсем Түләкәевтең улы. Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында (керҙәшлек нигеҙендә) йәшәгән.

1735 йылдың июнендә Өфө ҡалаһы эргәһендә үткән йыйында Ҡазан даруғаһы башҡорттары делегацияһына етәкселек итә. Һуңыраҡ уларҙың етәксеһе итеп һайлана. 1735 йылдың июль—сентябрҙә айҙарында Аҡай Күсемов отряды Нуғай һәм Ҡазан даруғаларында, сентябрь аҙағында Килмәк Нурышев отряды менән берлектә Өфө ҡалаһы янында хәрәкәт итә. Октябрь айы башында Аҡай Күсемовтың отряды Табын ҡәлғәһе тирәһендә Ырымбур экспедицияһының төп көстәренә һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Октябрь айында Башҡортостандағы хөкүмәт ғәскәрҙәренең баш командующийы генерал‑лейтенант А. И. Румянцевтың тәҡдиме буйынса Аҡай Күсемов һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ихтилалдың башҡа етәкселәре менән бергә Минзәләгә килә, ҡулға алына. Тәүҙә Румянцев ставкаһында, 1736 йылдан алып Өфөлә тотола, 1738 йылда Санкт-Петербургҡа оҙатыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡай Күсемовҡа «Аҡай яуы» тарихи хикәйәте, «Аҡай батыр» башҡорт риүәйәте бағышланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡай Күсемов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.