Абҙаҡ (Учалы районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абҙаҡ
рус. Абзаково
54°35′00″ с. ш. 59°33′15″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башкортостан
Муниципаль район Учалы
Ауыл Советы Мансур
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 500[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453713
Код ОКАТО 80 253 849 003
Код ОКТМО 80 653 449 106
Абҙаҡ (Учалы районы) (Рәсәй)
Точка
Абҙаҡ
Red pog.svg
Мәскәү
Абҙаҡ (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Blue pog.svg
Учалы
Точка
Абҙаҡ

Абҙаҡ (рус. Абзаково, икенсе атамаһы Кинйәкәй) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Абҙаҡ ауылы Мансур ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 500 кеше[2]. Почта индексы — 453713, ОКАТО коды — 80253849003.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 38 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шартым): 18 км[3]

Абҙаҡ(Кинйәкәй) ауылы Уй йылғаһы ҡушылдығы Ҡаҫмаҡты йылғаһы буйында, район үҙәгенән төньяҡҡа табан 38 км һәм тимер юл станцияһы Шартымдан төньяҡҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Кинйәкәй ауылына нигеҙ һалған. Был атама менән ауыл 1737 йылдан билдәле булған. Риүәйәт бәйән иткәнсә, хәҙерге Вознесенка (Учалы районы) ауылы урынында төпләнгән булалар. XVIII быуат аҙағында баҡыр ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән бәйле, Кинйәкәй халҡы яңы урынға күсергә мәжбүр булған. Бынан тыш, Кирәбе һәм Шартым менән бер рәттән, Кинйәкәй баҡыр руднигы билдәле булған. Ҡаратабын ырыуына ҡараған Абҙаҡ ауылында 1795 йылда XIX быуатта 20 ихата иҫәпләнгән, унда 80 кеше йәшәгән.

1859 йылғы X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауылдағы 31 хужалыҡта 215 кеше йәшәгән. 1920 йылға 48 йортта 260 кеше йәшәгән. Ауылда Абҙаҡтың улы 1791 йылғы Рәхмәтулла, ейәндәре Зәйнулла (уның улы Ғиззәтулла) һәм Ғәйнулла йәшәгән. Абҙаҡтар — ярым күсмә халыҡ. XIX быуаттың 40-сы йылдарында 220 кешенән торған 40 йортта 222 ат, 97 һыйыр, 250 һарыҡ һәм 97 баш кәзә иҫәпләнгән. 1866 йылда 31 йортта 196 кеше йәшәгән. 1900 йылда 243 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 243
1920 йыл 26 август 260
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 257
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 383
2002 йыл 9 октябрь 490
2010 йыл 14 октябрь 500 249 251 49,8 50,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡының күпселеге — башҡорттар (99 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1859 йылда Абҙаҡ ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана[7].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аратау урамы (рус. улица Аратау)
  • Артель урамы (рус. Артельная улица)
  • Ирәндек урамы (рус. улица Ирандыкская)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Таулы урам (рус. Нагорная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • С.Юлаев урамы (рус. улица С.Юлаева)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары
  • Һиҙиәт ҡараны
  • Аратау тауы[10]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Абҙаҡ (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 14. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. «Йөрәгемде тыңлап йәшәйем» «Башҡортостан» гәзите, 25.05.2018
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  10. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]