Әбйәлил (әкиәт)

Әбйәлил (рус. Абзелил (башкирская сказка)) — башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әкиәте. Әҫәрҙә етем егет Әбйәлил күл эйәһен көс ҡулланмайынса, ә зирәклек һәм тел тапҡырлығы ярҙамында еңә һәм унан арғымаҡ ала. Фольклорсылар уны Аарне—Томпсон күрһәткесендәге AT 1045, AT 1072, AT 1070 һәм AT 1082 типтарына индерә[1].

Яҙып алыныуы һәм баҫмалары

Әкиәтте 1938 йылда Х. Хамматов Әбйәлил районы Абҙаҡ ауылында Тайба Суфиянованан яҙып алған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районында)[1].

«Әбйәлил» 1959 йылда «Башҡорт халыҡ ижады»ның икенсе томында баҫылған[2]. Һуңыраҡ әҫәрҙең тексы һәм уға ғилми аңлатма Ә. М. Сөләймәнов төҙөгән «Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр» йыйынтығының 1981 йылда сыҡҡан 4-се китабына индерелгән[1]. Был баҫмалар башҡорт фольклоры өлгөләрен системалы рәүештә туплаған «Башҡорт халыҡ ижады» ғилми серияһына ҡарай[3].

Әкиәт 1953 йылда рус телендә «Абзелил» исеме менән Ә. Н. Усманов төҙөгән «Башкирские народные сказки» йыйынтығында баҫылған[4]. Артабан әкиәт «Башкирские народные сказки» (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1969), «Мифы и легенды народов мира» (М., Мир книги, 2006), «Башкирские народные сказки» (М., Детская литература, 2019) йыйынтыҡтарында баҫылған[5].

1987 йылда «Абзелил» исемле төҫлө диафильм төшөрөлгән (рәссамы И. Урманче, яуаплы мөхәррире В. Дугин, «Диафильм» студияһы, 1987 йыл)[6].

2014 йылда «Әбйәлил» Саха (Яҡут) Республикаһының «Бичик» милли китап нәшриәте (рус.)баш. рус телендә сығарған «Любимые сказки народов России» йыйынтығына индерелгән. Баҫмала Рәсәйҙә йәшәгән туғыҙ халыҡтың, шул иҫәптән башҡорттарҙың, әкиәттәре тупланған; китап мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән[7].

Сюжеты

Әбйәлил бәләкәйҙән етем ҡала; атаһынан уға бер ҡосаҡ һалабаш ҡабығы ғына мираҫ булып ҡала. Егет ҡабыҡты күл һыуында ебетә һәм оҙон арҡан ишә башлай. Күл эйәһе уның ни эшләүен һорағас, Әбйәлил күлде арҡан менән күккә аҫырға йыйыныуы тураһында әйтә. Ҡурҡҡан күл эйәһе күлгә теймәүен үтенә һәм егеткә бүләк вәғәҙә итә. Әбйәлил унан иң яҡшы атын талап итә.

Күл эйәһе атын бирмәҫ өсөн егеткә өс һынау тәҡдим итә. Йүгереү ярышында Әбйәлил ҡыуаҡ аҫтындағы ҡуянды үҙенең «кесе ҡустыһы» тип таныштыра; күл эйәһе ҡуянды ҡыуып етә алмай. Көрәш һынауында егет айыуҙы «һикһән йәшлек олатайы» тип күрһәтә; уятылған айыу күл эйәһен еңә. Һуңғы һынауҙа күл эйәһе бейәне иңенә һалып күлде урап сыға, ә Әбйәлил атты менеп саба һәм быны атты «аяҡтары араһында» йөрөтөү тип аңлата[1].

Егеттең көсөнән һәм аҡылынан ҡурҡҡан күл эйәһе вәғәҙәһен үтәй: өйөрөнән иң яҡшы арғымаҡты һайлап бирә. Әкиәт аҙағында Әбйәлил яҡтарындағы яҡшы аттар һәм егеттәрҙең зирәклеге ошо ваҡиға менән бәйләп аңлатыла[2].

Сюжет төҙөлөшө һәм фольклор классификацияһы

Әҫәрҙең төп конфликты физик көскә һәм һүҙмә-һүҙ аңлауға ҡаршы аҡыл, хәйлә һәм кинәйәле тел ҡулланыуға ҡорола. Әбйәлил һәр һынауҙа шартты үҙ файҙаһына бороп ебәрә: үҙе урынына ҡуянды йүгертеп, айыуҙы көрәштереп, атты күтәреү урынына уға атланып, күл эйәһенең тәҡдимдәрен мәғәнәүи уйынға әйләндерә.

Ғилми аңлатмала әкиәт түбәндәге сюжет типтарының ҡушылмаһы итеп күрһәтелә[1]:

  • AT 1045 — күлде арҡан менән йыйырыу йәки күтәреп китеү янауы;
  • AT 1072 — йүгереүҙә кешенең «кесе туғаны» урынына ҡуяндың ҡатнашыуы;
  • AT 1070 — кешенең «олатаһы» тип күрһәтелгән айыу менән көрәш;
  • AT 1082 — атты кем күтәреп йөрөтә: дәү зат атты иңенә һала, ә кеше уға атланып йөрөй.

Был мотивтар халыҡ-ара әкиәт фондында айырым-айырым осрай, «Әбйәлил»дә иһә бер герой тирәләй берләштерелгән. Йыйынтыҡты төҙөүселәр AT 1045 тибының Европа йыйынтыҡтарында киңерәк теркәлеүен, ә айырым оҡшашлыҡтарҙың төрки һәм монгол халыҡтары әкиәттәрендә лә осрауын билдәләй. Сағыштырма миҫал итеп «Глупый Пахан» тигән бүрәт әкиәте килтерелә[1].

Әкиәттә халыҡ-ара мотивтар урындағы риүәйәт менән ҡатнашҡан. Фольклорсылар аңлатмаһына ярашлы, Яҡтыкүл тирәһендә борон ҡырағай аттар йөрөүе тураһындағы урындағы хикәйә сюжеттың ат бүләк итеү һәм төбәктә яҡшы йылҡы үрсетеү менән бәйле өлөшөнә йоғонто яһаған[1]. Яҡтыкүл — Әбйәлил районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм Башҡортостандың иң тәрән күле[8].

Галерея

Wikids сайтында «Әбйәлил» әкиәтенә иллюстрациялар

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Төҙөүсе, инеш мәҡәлә авторы Ә.М. Сөләймәнов. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 4-се китап / Яуаплы редакторы С.Ә. Галин. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — С. 316—318, 372. — 398 с.
  2. ↑ 1 2 Төҙөүсе мөхәррире, инеш мәҡәлә авторы һәм аңлатмалар биреүсе Ә. И. Харисов. Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — С. 73—74. — 282 с.
  3. ↑ «Башҡорт халыҡ ижады» (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2026.
  4. ↑ Башкирские народные сказки: сборник / Составитель А. Усманов. — Москва: Государственное издательство детской литературы, 1953. — С. 35—38. — 112 с.
  5. ↑ Абзалил. Лаборатория фантастики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
  6. ↑ Абзелил. Диафильм онлайн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
  7. ↑ «Әбйәлил» башҡорт әкиәте Рәсәй халыҡтарының иң яратҡан әкиәттәре китабына инде  (баш.), Башинформ (21 апрель 2014).
  8. ↑ Ә. М. Гәрәев. Яҡтыкүл, Мауыҙҙы, Урал йылғаһы бассейны күле (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2026.
© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».

Категориялар