Ҡарағужа (Башҡортостан)

Ҡарағужа (рус. Карагужино) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 79 кеше[2]. Почта индексы — 453744, ОКАТО коды — 80253848007.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 75 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙаҡҡол): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 21 км[3].

Тарихы

Ҡарағужа ауылы халҡы һаны буйынса сағыштырмаса ҙур була. 1795 йылда унда 212 кеше иҫәпләнгән. X рәүиз ауылда 101 йортта 292 ир-атты һәм 289 ҡатын-ҡыҙҙы асыҡлай. 1920 йылда 147 йорт-хужалыҡта 706 кеше иҫәпләнгән. 1842 йылға уларҙың 225 аты, 150 һыйыры, 34 һарығы, 13 баш кәзәһе булған. 59 йорттан (428 кеше) йәйләүгә 40 арба сыҡҡан. Был 19 йорттоң йә бер аты, йә бөтөнләй аты булмауын күрһәтә. Ауыл халҡы шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгән[4].

2008 йылдың 19 ноябренә тиклем Ҡаҙаҡҡол ауыл Советы составына ингән (Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» 49-сы законы).

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 79 42 37 53,2 46,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (93 %)[5].

Билдәле шәхестәр

  • Ҡәләмова Фәнжиә Сәхиәр ҡыҙы (2.08.1947 — 1.03.2010), хеҙмәт алдынғыһы, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).

Урамдары

  • Әй урамы (рус. улица Айская)
  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Мародин урамы (рус. Мародинская улица)
  • Ылыҫ урамы (рус. Хвойная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)[6]

Ер-һыу атамалары

  • Тарлау йылғаһы

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 22. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә