Сәфәр (Учалы районы)

Сәфәр (рус. Сафарово) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1410 кеше[2]. Почта индексы — 453720, ОКАТО коды — 80253870001.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы («83 км»): 1 км

Тарихы

Ҡурыуҙы, Ҡурталы йылғалары буйлап Сәфәр (Айыт) ауылы барлыҡҡа килә. Башта ул Айыт тип атала. «Баш күтәреүселәр» ерен яһаҡлы татарҙарға бүлеп биреү тураһындағы 1743 йылғы үтенестә Айыт Йосопов һәм Айыт Иштавановтың (старшинаның улы Илтабанов) исемдәре телгә алына. Унда һанап үтелгәндәрҙең улы Сәйет Айытовтың да исеме бар. 1767 йылда Сәфәрҙең улы типтәрҙәрҙең старшинаһы булып хеҙмәт итә. Ул — Мөхәмәт Сәфәров. V рәүиз 43 хужалыҡта 282 кешене теркәй. Ырымбур губернаһының тораҡ пункттары исемлегендә 1866 йылда Сәфәр ауылы йәйә эсендә Оҙон Сәйет ауылы тип аталған һәм 1048 кеше менән 210 йорт-хужалыҡтан торған. 1920 йылға йорттар (324) һәм кешеләр һаны (1762 кеше) бер аҙ арта.

18 быуат аҙағынан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1795 йылда 43 йортта 282 кеше йәшәгән, 1866 йылда Сораманда (Оҙон Сәйеттә) 210 йортта — 1048 кеше. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1410 714 696 50,6 49,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[4].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Әхмәтғәлин урамы (рус. улица Ахметгалина)
  • Дауахана тыҡрығы (рус. Больничный переулок)
  • Тимер юлы урамы (рус. Железнодорожная улица)
  • Зәһиҙуллин урамы (рус. улица Загидуллина)
  • Ҡарағастау урамы (рус. улица Карагастау)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Мөхитдинов урамы (рус. улица Мухитдинова)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • Р.М. Хисаметдинова урамы (рус. улица Р.М.Хисаметдиновой)
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[5]

Һылтанмалар

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә