Аҙнаш

Аҙнаш (рус. Азнашево) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 11 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253884007.

Тарихы

Аҙнаш (элекке исеме Сәйетмәмбәт) ауылы XIX быуат башынан билдәле. Ауылдың исеме антропонимдан килеп сыҡҡан[3]. 1834 йылда унда 98, 1859 йылда — 134, 1920 йылда — 195 кеше иҫәпләнгән. Нигеҙ һалыусыһы архив материалдары буйынса билдәһеҙ. Әммә Аҙнаштың улдары 1859 йылғы X рәүиз буйынса теркәлгән. Был 1808 йылғы Әбделвәхит һәм 1809 йылғы Йыһанша. 1841 йылда 98 кешегә (22 хужалыҡ) 60 ат, 30 һыйыр, 40 һарыҡ, 10 баш кәзә тура килгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. XX быуат башында ике һыу тирмәне булған[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 11 7 4 63,6 36,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[5].

Ревизия материалдары

  • 1859 йылда[6] Аҙнаш ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 75 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Байрамғол): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 35 км[7].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 18. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә