Ҡобағош (Башҡортостан)

Ҡобағош (рус. Кубагушево) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 377 кеше булған[2][3]. Почта индексы — 453745, ОКАТО коды — 80253848008.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 81 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Миндәк): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 18 км

Тарихы

Ҡобағош ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1776 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1786 йыл) йылдан билдәле. Ҡобағош ауылы башҡа тораҡ пункттары араһында сағыштырмаса ҙур һаналған. 1795 йылғы V рәүиз 30 йортто асыҡлай, Ҡобағош исемле ике ауылда 127 ир-ат һәм 107 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. XIX быуат уртаһына йорт-хужалыҡ иҫәбе лә һәм халҡы ла ике тапҡырға арта: 79 йортта 295 ир-ат һәм 236 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Шул осорҙа күрше Баттал ауылынан Ҡобағошҡа һигеҙ ғаилә күсенеп килә.

Ауылда тәүге төпләнеүсе — Ҡобағош Ҡарабаев була. Уның улы старшина Хәсән Ҡобағошов 1777—1843 йылдарҙа йәшәй, ә уның балалары — Абдулсаттар, Абдулсадыҡ, Ирәлей, Ғәбдулдейән.

Ауылдан 2—3 саҡрымда күсеп йөрөү урындары урынлаша: май айында — Миндәк йылғаһы буйлап, июндә — Ярылған шишмәһе һәм Ҡарағош яланы, Урал тауы битләүе, июлдә Туғыҙғуй яланы, Һыуыҡ түбә тауы. 1841 йылда күсеп йөрөү урынына 250 ат, 220 һыйыр, 62 һарыҡ менән 65 йорт-хужалыҡ сыға. Кәзәләр булмай. Ауыл халҡы 288 бот ужым һәм 840 бот яҙғы иген сәскән[4].

1866 йылда 81 хужалыҡта — 592 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 622
1920 йыл 26 август 740
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 528
1959 йыл 15 ғинуар 458
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 392
2002 йыл 9 октябрь 402
2010 йыл 14 октябрь 377 185 192 49,1 50,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡы — башҡорттар (98 %)[5].

Ревизия материалдары

1834 йылда[6] Ҡобағош ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәре

Урамдары

undefined
  • Билалов урамы (рус. улица Билалова)
  • Вил Ғүмәров урамы (рус. улица Виля Гумерова)
  • Ғабдулхаҡ Ҡәүиев урамы (рус. улица Габдулхака Кавыева)
  • Ҡурташ урамы (рус. улица Курташ)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Марат Минһажетдинов урамы (рус. улица Марата Мингажетдинова)
  • Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • Рәфис Шакиров урамы (рус. улица Рафиса Шакирова)
  • Яҡты урам (рус. Светлая улица)
  • Ҡояшлы урам (рус. Солнечная улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары
  • Ҡурғашай тауы
  • Ҡурғашай йылғаһы
  • Убалар ҡурғаны[9]

Ауыл матбуғатта

Видеояҙмаларҙа

  • Кубагушево. yandex.ru.video. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2024.

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡобағош (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 4 июль 2017 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  9. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә