Минһажитдинова Сатура Жәүәт ҡыҙы
Минһажитдинова Сатура Жәүәт ҡыҙы (рус. Мингажетдинова Сатура Жаватовна; 21 ғинуар 1965 йыл) — полиграфия хеҙмәткәре, журналист. 1983 йылдан Белорет типографияһы, 1986 йылдан Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының «Урал» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан – гәзиттең бүлек мөдире, 2001 йылдан – баш мѳхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010).
Биографияһы
Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова 1965 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған.
1980 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Өфөләге 1-се полиграфистар училищеһына уҡырға инә.
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Белорет типографияһында линотип машинаһында хәреф йыйыусы булып башлай.
1986 йылдан Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының «Урал» ижтимағи-сәйәси гәзитенең секретарь-машинисткаһы.
1992 йылдан баҫманың мәғлүмәт бүлеге корреспонденты, ижтимағи-сәйәси бүлек мөдире.
1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
1996 йылдан «Урал» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире, 2001 йылдан — баш мөхәррире[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010)
• «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе (2003)
• «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2018)
• Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2022)[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан. Офицальный сайт. Главная > Агентство > Учрежденные СМИ > Редакция газеты «Урал» на башкирском языке > Руководитель: Мингажитдинова Сатура Жаватовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 август 2024)
- ↑ Признаны победителями конкурса на замещение вакантных должностей: Главный редактор редакции газеты «Урал» филиала «Белорецкий информационный центр» Мингажитдинова Сатура Жаватовна. Издательский дом Республика Башкортостан. Официальный сайт. 25 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 август 2024)
- ↑ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты сайты. Әүҙемдәргә — юғары награда (Тикшерелеү көнө: 7 август 2024)
Һылтанмалар
• Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан. Офицальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2024)