Зекрин Вәлиулла Зекерей улы
Биографияһы
Зекрин Вәлиулла Зекерей улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡаҙаҡҡол ауыл Советы Ҡобағош ауылында тыуған[1][2][3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрендә Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 21-се айырым гвардия химик һаҡланыу взводында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1][2][3].
Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 25 декабрендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (Приказ №: 314/н, датаһы 25.12.1943) менән бүләкләнә[1][2]. 1945 йылдың 1 июнендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 25.11.1942, Приказ №: 28/н, датаһы 01.06.1945) менән бүләкләнә[1][2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Память народа. Зекрин Валиулла Зекриевич
- ↑ 1 2 3 4 5 Шаймуратовцы. ЗЕКРИН Валиулла Зекреевич
- ↑ 1 2 3 4 Зекрин Валиулла 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Зекрин Валиулла Зекриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗЕКРИН Валиулла Зекреевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2021)
- Зекрин Валиулла 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.