Байһаҡал

Байһаҡал (рус. Байсакалово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ йәшәмәй[2]. Почта индексы — 453725, ОКАТО коды — 80253840002.

Тарихы

Байһаҡал ауылы Ҡыуаҡан улусының Златоуст заводтары менән бәхәсле ерендә урынлаша. Уның тарихы ҡатмарлы һәм бик үк асыҡ түгел. Байһаҡаладар бер мәл Ҡаратабын улусы аҫабалары һәм Уй ҡәлғәһе кешеләре менән килешеүе буйынса башҡорт ауылы Лапинола (Силәбе өлкәһе) йәшәгән. Һуңынан ер ҡәлғәгә тапшылырған. Шул саҡта 1808 йылда хәрби губернатор Г. С. Волконский Байһаҡалдың ерһеҙ халҡын Чистоозерский ҡәлғәһенә ҡаҙнаның буш ерҙәренә күсергән. Был ауылда 92 ҡаҙаҡ теркәлгән була. Ҡаҙаҡтарҙың бер өлөшө ҡасып киткәс, бик күптәр башҡа ауылдарға таратыла- Күлбай ауылына 68 кеше, Туғыҙлы ауылына — 5 ғаилә һ.б. Нисек кенә булмаһын, 1834 йылда Ағиҙел яры буйындағы Байһаҡалда 23 хужалыҡта 162 кеше йәшәгән. X рәүиз буйынса унда 174 кеше иҫәпләнгән. 1841 йылда 30 хужалыҡта 60 ат, 48 һыйыр, 250 һарыҡ, 20 баш кәзә булған. Урындар һәм малдар етерлек булмағас, кешеләр йәйләүгә сыҡмай. Шул хужалыҡтарҙа йәшәгән халыҡ 24 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәскән. Мал да, икмәк тә сиктән тыш аҙ була. Шуға күрә халыҡтың бер өлөшө ылаусылыҡ менән, башлыса руданы заводтарға ташыу менән шөғөлләнә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь - - -

Ревизия материалдары

1834 йылда[4] Байһаҡал ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

Ауыл эргәһенән Ағиҙел йылғаһы башлана.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 70 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кирәбе): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 62 км[5].

Урамдар

  • Байһаҡал урамы (рус. улица Байсакал)
  • Ирәмәл урамы (рус. улица Иремель)[6]

Ер-һыу атамалары

  • Эрәҫтәк тауы[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә