Ҡотой (Учалы районы)

Ҡотой (рус. Кутуево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Ураҙ ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 230 кеше[2]. Почта индексы — 453741, ОКАТО коды — 80253888004.

Географик урыны

Район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа табан һәм Учалы тимер юл станцияһынан 45 км алыҫлыҡта Миндәк йылғаһы ҡушылдығы Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ҡотой ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1740 йылдан) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең улы Биктимер Ҡотоев булған, ауыл уның атаһы Ҡотой исеменән барлыҡҡа килгән. 1795 йылда Ҡотой ауылында 8 йортта 68 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 17 хужалыҡта 82 ир-ат һәм 67 ҡатын-ҡыҙ, ә 1866 йылда 35 йортта 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында йорттар һанының (67) һәм халҡының (354 кеше) артыуы күҙәтелгән. Ҡотой ауылы халҡы Иҫәкәй, Тура йылға, Баранбай, Ҡашмаҡһаҙ йылғалары буйындағы дүрт урында күсенеп йөрөгәндәр. 16 хужалыҡ йәйләүгә сыҡҡан, уларҙың 70 аты, 49 һыйыры, 30 һарығы булған. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[4]. Ауылда мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән[5].

Хәҙерге осор

Әлеге ваҡытта ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, магазиндар бар.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 230 118 112 51,3 48,7
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттер буйынса өҫтөнлөклө милләттәр — башҡорттар (100 %).

Ревизия материалдары

1837 йылда[6] һәм 1859 йылда[7] Ҡотой уылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

Тирә-яҡ мөхит

  • Шәгәр йылғаһы
  • Исәкәй йылғаһы
  • Тура йылға
  • Ҡашмаҡһаҙ йылғаһы
  • Олотау

Урамдары

  • Солтанов урамы (рус. улица Султанова)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шәгәр урамы (рус. улица Шагар)[9]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 19. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Ҡотой (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Тема буйынса өҫтәмә