Буранғол (Учалы районы)
Ауыл | |||
Буранғол | |||
---|---|---|---|
54°33′25″ с. ш. 59°24′57″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Учалы районы | ||
Ауыл советы | Мансур | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Милли составы | башҡорттар | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453713 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 253 849 005 | ||
ОКТМО коды | 80 653 449 116 | ||
|
Буранғол (рус. Бурангулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Мансур ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 67 кеше[2]. Почта индексы — 453713, ОКАТО коды — 80253849005.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 45 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шартым): 35 км[3].
Буранғол ауылы Яйыҡ йылғаһы ярында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыуаҡандар, керҙәштәр сифатында, Буранғол (Яңы) ауылына 1819 йылда нигеҙ һалған. Ул ваҡытта унда 101 кеше йәшәгән, ә 25 йылдан һуң 300 кеше иҫәпләнгән.
Ауылда тәүге төпләнеүсе зауряд-яҫауыл Буранғол Ғәбделжәлиловҡа 1859 йылда 78 йәш була. Уның ике ҡатынынан ике улы — Мөхәмәтшәриф менән Мөхәмәтзариф булған. Мөхәмәтшәрифтең улдары — Ихсан һәм Фәхрислам, Мөхәмәтзарифтың улы — Ислам. Бында шулай уҡ Буранғолдоң ҡустылары Йыһанша, Ҡорамша һәм Ҡолбаҡ йәшәгән.
100 кешегә ни бары 48 ат, 42 һыйыр, 65 һарыҡ, 24 кәзә тура килгән[4].
Буранғол ауылы айырыуса шәп үҫмәй. 1920 йылға бында 36 йортта 340 кеше йәшәгән.
Ҡыуаҡандарҙың фажиғәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыуаҡан улусы 1735—1740 йылғы башҡорт ихтилалы үҙәгенә әүерелеүе менән билдәле. Был ихтилалды 1739 йылда Минзәләлә язалап үлтерелгән улус старшинаһы уҡымышлы Бәпәнәй Төрөпбирҙин абыз етәкләй. Ырымбур крайының баш начальнигы В. Н. Татищевҡа яҙған хатында Бәпәнәй башҡорттар урыҫ подданныйлығын үҙ иректәре менән ҡабул иткәнлеге һәм баш күтәреүгә килтергән сәбәптәрҙе аңлата:
«Беҙ, башҡорт халыҡтары, беҙҙең атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, бөйөк батшабыҙ подданныйлығына үҙ иркебеҙ менән килгәнбеҙ, һәм батшалар беҙгә ирек бирҙе, баш особоҙҙа ҡылыс уйнатманы. Беҙ ергә эйә булғаныбыҙ өсөн яһаҡ түләнек. Хәҙер яһаҡлы ерҙәрҙә ҡалалар төҙөйҙәр, башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлайҙар, һәм, әгәр ҙә бындай хаяһыҙ тәртип үҙгәрмәй икән, юҡҡа сығыу янаһа ла, үлемдән дә ҡурҡмай, башҡорттар ҡаршылыҡ күрһәтәсәк»Оригинал текст (рус.)«Мы, башкирские народы, наши отцы, деды и прадеды, великому государю в подданство пришли своими волями, оставя своих ханов, а великие государи нас содержали по нашей воле, а не под саблею. И в то время, что государи дали нам землю, мы в знак того, что подданные, платили ясак. Теперь на ясачных землях строят города, башкир притесняют, и если не будет изменен этот порядок, башкиры будут сопротивляться, хотя пропасть, хотя смерть принять готовы»[5]
.
Ҡыуаҡандарҙың Троицк өйәҙендә 38 мең дисәтинәгә яҡын ере булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу һөҙөмтәһендә, ерҙәрен ҡаҙна һәм заводтар мәнфәғәтенә тартып алыу сәбәпле, ҡыуаҡан халҡының күпселеге аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан. Ҡыуаҡандар ҡайһы бер ерҙәрен «игенселек эштәрен алып барыуға яраҡһыҙ булғанлыҡтан» ҡалдырған. Шулай итеп, үҙ ерҙәренең хужаһы булған аҫабалар, сит ерҙәрҙе ҡуртымға алып, керҙәшкә әйләнгәндәр.
Хәҙерге ваҡытта Учалы районы составына ингән бөтә ҡыуаҡан ауылдары ла, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә түгел, ә ҡуртымға алынған Ҡаратабын һәм Барын-Табын ерҙәрендә урынлашҡан[4].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 67 | 32 | 35 | 47,8 | 52,2 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Буранғол ауылында башҡорттар йәшәй (99 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Клуб урамы (рус. Клубная улица)
- Ҡарағай урамы (рус. Сосновая улица)
- Яйыҡ урамы (рус. Яицкая улица)[7]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 17. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 17. — ISBN 978-5-295-04683-4.
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]