Илсе
Ауыл | |||
Илсе | |||
---|---|---|---|
рус. Ильчино | |||
54°25′13″ с. ш. 59°32′01″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башкортостан | ||
Муниципаль район | Учалы | ||
Сельсовет | Илсе | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘1143[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453721 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 253 825 001 | ||
ОКТМО коды | 80 653 425 101 | ||
ГКГН номеры | 0517801 | ||
|
Илсе (рус. Ильчино) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1143 кеше[2]. Почта индексы — 453721, ОКАТО коды — 80253825001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Ҡурыуҙы йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVIII быуаттың 2-се яртыһында 1736 йылдың 11 февраль указына ярашлы, Себер даруғаһы Ҡаратабын башҡорттарынан ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр Илсе ауылына нигеҙ һалған. Ауыл атамаһы тәүге төпләнеүсе Илсе Әсәнов (1746—1809) исеме менән бәйле. Уның улы Баҙарғол 1811 йылда типтәрҙәр полкында хеҙмәт иткән. 1795 йылда 32 йорт-хужалыҡта 222 кеше йәшәгән. 1865 йылда унда инде 173 йортта 1168 кеше иҫәпләнгән. Совет халыҡ иҫәбен алыу хужалыҡтарҙың (473) һәм халыҡтың (2443) артыуын асыҡлаған.
Игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда 2 мәсет, 2 мәктәп, һыу тирмәне булған[4].
Бөгөнгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөгөн Илсе ауылындағы 462 йортта 1254 кеше йәшәй. Ауылда урта мәктәп, ике балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй, мәсет бар[3].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1143 | 553 | 590 | 48,4 | 51,6 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1811 йылғы[6] һәм 1859 йылғы[7] Илсе ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әүлиә урамы (рус. улица Аулия)
- Байраҡай урамы (рус. улица Байракай)
- Вәли Сибәғәтов урамы (рус. улица Вали Сибагатова
- Интернационал урамы (рус. улица Интернациональная)
- Кама урамы (рус. улица Кама)
- Ташсылар урамы (рус. улица Каменщиков)
- Күсәрбай урамы (рус. улица Кучербай)
- Болон урамы (рус. Луговая улица)
- Магазин тыҡрығы (рус. Магазинный переулок)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
- Таулы урамы рус. Нагорная улица
- Яңы урам (рус. Новая улица%
- Өҫтөтау урамы (рус. улица Остотау)
- Партизан урамы (рус. Партизанская улица)
- Йылға урамы (рус. Речная улица)
- Сатра урамы (рус. улица Сатра)
- Төҙөүселәр урамы (рус. улица Строителей)
- Уҡытыусылар урамы (рус. улица Учителей)
- Х.Яппаров урамы (рус. улица Х.Яппарова)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
- Көньяҡ урамы (рус. Южная улица)
- Юрғатау урамы (рус. улица Юргатау)[8]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вилданов Урал Сәлим улы (4.11.1956) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
- Вилданов Хәниф Сәлим улы (23.03.1970) — философ. Философия фәндәре докторы (2010)[9].
- Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (23.02.1939) — ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи‑география факультеты деканы. География фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003). Саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1965)[10].
- Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы (8.12.1956) — журналистика ветераны. 1985—2002 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 2011 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары, 2015 йылдан — баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).
- Кәримов Азат Әхмәтхан улы (20.06.1952—26.12.2017) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы.
- Шарапова Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы (29.01.1969) — «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015)[11].
- Әхмәтйәнова Хәлиҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (31.07.1942) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1997).
- Ғөмәров Ғәлимйән Хәмбәли улы(06.12.1900-?) — тарих фәндәре кандидаты.Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.Ҡазан ҡалаһы ер эштәре буйынса техникумы,(1925),Свердловск өлкә совет-партия мәктәбенең 2-се баҫҡыс уҡытыусыһы ,бер үк ваҡытта Свердловск татар-башҡорт техникумы уҡытыусыһы(1927), Бөрө ҡалаһы педтехникумы директоры(1928),Мәскәү Дәүләт Фәнни-тикшеренеү институтының стоматология һәм одонтология курстары уҡытыусыһы (1930),Башҡортостан коммунистик университетының марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире(1933),ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә партия эшмәкәрҙәрен уҡытыу курсы бүлегенең мөдире (1938), Өфө пехота училищеһы уҡытыусыһы(1939),К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты уҡытыусыһы(1938-1941;1946-1949),СССР-ҙың Башҡортостан Фәндәр Академияһы Тарих,тел,әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта КПСС-тың Өфө ҡала комитеты киске университеты (1947-1967),Өфө авиация институты уҡытыусыһы,(1967-1969).Бик күп ғилми эштәр авторы."Хәрби хеҙмәте өсөн",""Фашистик Германияны тар-мар иткәне өсөн" миҙалдары, Башҡортостан Юғары Советы Президиумының Маҡтау Грамотаһы менән наградланған.
- Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы (1912—2001) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1943,1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1944) ордендары кавалеры.
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әүлиә тауы
- Юрғатау урманы (тауы)
- Аҡ шишмә
- Ҡороуҙы йылғаһы
- Бәҙерниса яланы
- Ғәбиҙә бураны
- Гөлгөнә юлы
- Ҡәһәрле юл
- Баҡый түше
- Мәржен күле
- Садиҡа ҡоҙоғо
- Байраҡай урманы
- Убалы һаҙы
- Ослотау тауы
- Кесе Әгер тауы
- Оло Әгер тауы[12]
Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сайттарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ильчино - победитель республиканского конкурса "Трезвое село"(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Илсе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Вилданов Хәниф Сәлим улы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шарапова Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
- ↑ Исследовательская работа по теме: « Предания и легенды с.Ильчино Учалинского района Республики Башкортостан».
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Илсе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1859 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Ильчино на портале «Генеалогия и Архивы»