Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы
Хәкимйән Рәхимйән улы Әхмәтғәлин (рус. Хакимьян Рахимович Ахметга́лин; 1923 йылдың 15 июне, Сәфәр — 1944 йылдың 19 июле, Лудзен крайы[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945).
Биографияһы
1923 йылдың 15 июнендә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 1924 йылдың 10 майында Башҡортостан АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Сәфәр ауылында тыуған[1].
Милләте башҡорт. Тулы булмаған урта белемле. Учалы районы «Октябрь» колхозында тракторсы булып эшләй[2].
1942 йылдан Ҡыҙыл Армияла, Бөйөк Ватан һуғышы фронтына (рус.)баш. ебәрелә. Курск дуғаһында, Смоленщинала, Прибалтикала алыштарҙа ҡатнаша.
1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлин 2-се Прибалтика фронты 3-сө удар армияһы 219-сы Идрица уҡсылар дивизияһы 375-се уҡсылар полкы 1-се уҡсылар ротаһында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 10 июленән — взвод командиры. Әхмәтғәлин взводының яугирҙары, командование (рус.)баш. бойороғон үтәп, бер нисә тапҡыр дошмандың тылын үткән һәм совет артиллерияһы утын радио аша төҙәткән. Шундай бер алыш барышында, взвод Псков өлкәһе территорияһындағы оборона өсөн уңайлы булған бейеклекте (убаны) биләй һәм һаны 50 кешенән ашыу немец подразделениеһының бер нисә контрһөжүмен кире ҡаҡҡан. Әхмәтғәлин взводының яугирҙары немецтарҙың күбеһен юҡ иткән һәм 18 дошман һалдатын әсирлеккә алған. 15 июлдә взвод тағы бер мөһим бейеклекте биләгән һәм дошмандың бер нисә контрһөжүмен кире ҡаҡҡан, бейеклектең барлыҡ битләүҙәре немец һалдаттарының үле кәүҙәләре менән ҡапланған, Әхмәтғәлин взводының яугирҙары убаны һаҡлап ҡалыуға ирешкән[3].
Батырлығы
1944 йылдың 17 июлендә батальонға немец частары тупланған Латвияның Рунданы (Рундены) ҡасабаһын алыу заданиеһы бирелә.
1944 йылдың 19 июлендә өлкән сержант Әхмәтғәлиндең взводы немецтарҙы ҡасабаны ышыҡлаған тактик яҡтан мөһим булған «144,0» билдәһе менән бейеклегенән (Сунуплява бейеклегенән) ҡыҫырыҡлап сығарған. Был ваҡытта дошман батальоны һөжүмгә күсә һәм совет подразделениеларын (рус.)баш. ҡыҫырыҡлай. Өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлиндең взводы яугирҙары ҡамауға эләккән. Ун батырҙан күпкә артығыраҡ булған дошманға ҡаршы ҡаты алыш башланған. Гитлерсылар тәүлек дауамында бер туҡтауһыҙ төрлө йүнәлештән взводҡа һөжүм иткән, яугирҙарҙың күбеһе яраланған, ҡайһылары дүртешәр йәрәхәт алған, әммә ҡулынан ҡоралын ташламай көрәште дауам иткән. Совет батальоны, һөжүмгә күсеп немецтарҙы ҡыҫырыҡлаған саҡта, бейеклектә тик өс һалдат тере ҡалған була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән өлкән сержант Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улына үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Ошо уҡ юғары исемгә уның взводы составында Сунуплява бейеклеген һаҡлаған төрлө милләттәге 10 яугир ҙа лайыҡ була: Андронов Василий Антонович (урыҫ), Сыроежкин Пётр Константинович (урыҫ йә украин), Чернов Матвей Степанович (сыуаш), Ашмаров Фёдор Иванович (сыуаш), Уразов Чутак (үзбәк йә тажик), Тайгараев Тукубай (ҡырғыҙ), Абдулаев Урунбай (ҡараҡалпаҡ йә үзбәк), Шакуров Яков Савельевич (керәшен татары), Шкураков Михаил Ермилович (урыҫ), Ҡарабаев Тишебай (үзбәк). Шуларҙың өсәүһе иҫән ҡалған. Ҡаты яраланған Андроновты икенсе часть (рус.)баш. санитарҙары тапҡан. Яраланған һәм контузияланған Абдуллаев немецтарға әсиргә эләккән һәм тик 16 йыл үткәс уға бүләктәрен ҡайтарғандар. Ҡарабаев алыштың киҫкен ваҡытында ҡурҡҡан һәм әсирлеккә бирелгән, шул сәбәп менән 1952 йылдың 28 июнендә уның наградаһын тартып алғандар[2].
Сунуплява бейеклегендә һәләк булғандар яу яланында ерләнәләр, ә 1947 йылда улар Лудза ҡала паркында күсерелеп ерләнә[5].
Өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлин отделениеһының ҡаһарманлығы тураһында совет һалдаттары фронт гәзите аша белгәндәр[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Рәхимйән улы Әхмәтғәлиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының Сәфәр ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[7][8];
- Учалы ҡалаһы (Хәкимйән Әхмәтғәлин урамы), Сәфәр һәм Учалы ауылдарының урамдары уның исемен йөрөтә.
- Учалы районы Сәфәр ауылында бюст (авторы — З. Р. Басиров һәм мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[9][10].
- Латвияның Лудза ҡала паркында мемориал — Хәкимйән Әхмәтғәлин ерләнгән урын[11]. Туғыҙ Советтар Союзы ерләнгән ҡәрҙәштәр ҡәбере өҫтөнә ҡурған өйөлгән һәм 1963 йылда «Ҡайғылы әсә» һәйкәле (скульпторы — Я. Зариньш, архитекторы — В. Айзупиете) ҡуйылған. Һәйкәл нигеҙендә ерләнгән яугирҙарҙың исемдәре яҙылған иҫтәлекле плиталар урынлаштырылған[12]
- Латвияның Лудза крайы Рунданы ҡасабаһы янында Икенсе донъя һуғышында Сунуплява бейеклегендә төрлө милләттәге 11 герой иҫтәлегенә мемориаль ансамбль ҡуйылған (авторы — А. Дрипе)[13].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Р. Х. Насиров. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Н. В. Уфаркин. Ахметгалин Хакимьян Рахимович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Шендрик В. Память героев — бессмертна. — Рига: Лиесма, 1975.
- ↑ Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Фронт гәзите ошолай билдәләп үткән:
«Отвага сержантов и бойцов не знает предела. Только советские люди, воспитанные партией, могут совершить подвиг, равный подвигу десяти героев из роты старшего лейтенанта Павла Новайдарского. Получив приказ отрезать противнику путь отхода, эта горстка храбрецов под командованием старшего сержанта Ахметгалина и сержанта Сыроежкина проникла далеко во вражеский тыл, захватила высоту, контролировавшую перекрёсток дорог, по которым отходили немцы, и не пропустила врага. Десять героев отразили бесчисленное количество атак, уничтожили более двухсот фашистов и перепутали все планы отхода немцев на этом участке фронта»
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Воинская братская могила в парке города Лудзы // Русское Общество в Латвии.
- ↑ Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Бортаковский Т. В. Остаться в живых! Неизвестные страницы Великой Отечественной. — Вече, 2015. — ISBN 978-5-4444-3590-8
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Ахметгалин Хакимьян Рахимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Республиканский музей боевой славы. Официальный сайт. Ахметгалин Хакимьян Рахимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)