219-сы уҡсылар дивизияһы (2-се ойошторолоу)
219-сы уҡсылар дивизияһы (219 уд; рус. 219-я стрелковая дивизия (2-го формирования)) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби берләшмәһе.
Хәрби осоро: 1942 йылдың 9 июле — 1943 йылдың 28 июле һәм 1943 йылдың 10 авгусы — 1945 йылдың 22 апреле.
Тарихы
1942 йылдың башында Башҡорт АССР-ының Красноусол ҡасабаһында 441-се уҡсылар дивизияһы булараҡ формалаша башлай, әммә һуңынан уға 219-сы дивизия номеры бирелә.
1942 йылдың май башында дивизия Тамбов өлкәһенең Кирсанов станцияһына күсерелә.
1943 йылдың 14 ғинуарында дивизия Острогожск-Россошь операцияһында ҡатнаша, уның барышында Щучье плацдармынан һөжүмгә күсә. Әммә уға ҡаршы торған венгр частарының ныҡышмалы ҡаршылығы арҡаһында әллә ни алға бара алмай. Фронт командующийының ҡыҫылыуы арҡаһында 219-сы уҡсылар дивизияһын Щучьеның көньяҡ сигенә сығарып, тәртипкә килтерәләр һәм 309-сы дивизияның Екатериновка йүнәлешендәге һөжүме участкаһында һуғышҡа индерәләр.
15 ғинуарҙа дивизия «8 Март» колхозы — «Завет Ильича» колхозы һыҙатына етә. Һөжүм йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеп, ул сәғәт 3-тә Екатериновканы яулап ала һәм көн аҙағында 198 — Свобода бейеклеге сигенә етә. 15 ғинуарҙағы алыштар барышында ул Выселки — Юдино фронтына сыға, һәм икенсе көндө, 18 ғинуарҙа, тағы ла 12 километр алға барып, Сагуныны ала[1].
1943 йылдың 25 октябрендә дивизия частары Городок районында Студенец — Белины — Щепиха ут рубежын биләй.
1944 йылдың март башында дивизия Пустошканан көньяҡ-көнбайыштараҡ аяуһыҙ һөжүм алыштарында ҡатнаша, әммә уңышҡа өлгәшә алмай.
1944 йылдың июлендә Идрица операцияһы барышында 2-се Балтик буйы фронты ғәскәрҙәре, Новосокольникиҙан төньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа табан һөжүмгә күсеп, немецтарҙың оборонаһын өҙә һәм ике көнлөк алыштарҙа 35 километрға тиклем алға китә, фронт буйлап һөжүм һыҙатын 150 километрға тиклем киңәйтә. Һөжүм барышында ғәскәрҙәр Идрица ҡалаһын һәм ҙур тимер юл үҙәген яулап ала.
1944 йылдың 13 июлендә Идрица операцияһындағы уңышлы ҡаҙаныштары өсөн дивизияға Идрица тигән маҡтаулы исем бирелә.
1944 йылдың 17 июлендә дивизия 3-сө удар армияһы составында Латвияның Рунданы улусы территорияһына аяҡ баҫа.
1944 йылдың 13 октябрендә дивизия, Рига операцияһында ҡатнашып, ныҡышмалы алыштарҙан һуң Зарини утары сигенә сыға.
1946 йылда Балтик буйы хәрби округында тарҡатыла.
Тулы исеме
219-сы Идрица Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһы
Составы
- 375-се уҡсылар полкы
- 725-се уҡсылар полкы
- 710-сы уҡсылар полкы
- 727-се уҡсылар полкы
- 673-сө артиллерия полкы
- 45-се айырым истребитель-танкыға ҡаршы дивизион
- 136-сы миномёт дивизионы (10.10.1942-гә тиклем)
- айырым пулемёт батальоны (09.07.1942-нән 01.05.1943-кә тиклем)
- 488-се айырым разведка ротаһы
- 382-се айырым сапёр батальоны
- 592-се айырым элемтә батальоны (670-се айырым элемтә ротаһы)
- 374-се айырым медицина-санитар батальоны
- 88-се айырым химик һаҡлау ротаһы
- 77-се автотранспорт ротаһы
- 454-се ялан икмәкханаһы
- 919-сы дивизион ветеринар лазареты
- 1683-сө ялан почта станцияһы
- 1096-сы ялан Дәүләт банкы кассаһы
Дивизияның наградалары
- 1944 йылдың 23 июле — «Идрица» маҡтаулы исеме — Юғары Баш командующийҙың 1944 йылдың 23 июлендәге 0208-се бойороғо менән немецтарҙың оборонаһын өҙөүҙәге һәм Идрица ҡалаһын яулап алыуҙағы алыштарҙа күрһәткән батырлығын билдәләү өсөн бирелә.
- 1944 йылдың 9 авгусы —
Ҡыҙыл Байраҡ ордены — СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 авгусындағы указы менән немец илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне, Даугавпилс (Двинск) һәм Резекне (Режица) ҡалаларын яулап алыуы һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бүләкләнә[2].
Дивизия частарының наградалары:
- 592-се Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы[3] айырым элемтә батальоны
Буйһоноуы
| Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 219-сы уҡсылар дивизияһының (2-се ойошторолоу) юғары торған хәрби частары[4] | ||||
|---|---|---|---|---|
| Дата | Фронт (округ) | Армия | Корпус | |
| 01.01.1942 йыл | Көньяҡ Урал хәрби округы | |||
| 01.06.1942 йыл | Юғары Баш командование Ставкаһы резервы | 3-сө резерв армия | ||
| 01.07.1942 йыл | Юғары Баш командование Ставкаһы резервы | 6-сы резерв армия | ||
| 01.08.1942 йыл | Воронеж фронты | 6-сы армия | ||
| 01.01.1943 йыл | Воронеж фронты | 18-се уҡсылар корпусы | ||
| 01.03.1943 йыл | Воронеж фронты | |||
| 01.05.1943 йыл | Воронеж фронты | 40-сы армия | ||
| 01.08.1943 йыл | Юғары Баш командование Ставкаһы резервы | 20-се армия | ||
| 01.09.1943 йыл | Калинин фронты | 1-се уҡсылар корпусы | ||
| 01.10.1943 йыл | Калинин фронты | 39-сы армия | 84-се уҡсылар корпусы | |
| 01.11.1943 йыл | 1-се Балтик буйы фронты | 4-се удар армия | ||
| 01.12.1943 йыл | 2-се балтик буйы фронты | 3-сө удар армия | 79-сы уҡсылар корпусы | |
| 01.04.1944 йыл | 2-се Балтик буйы фронты | 3-сө удар армия | 93-сө уҡчфлар корпусы | |
| 01.09.1944 йыл | 2-се Балтик буйы фронты | 42-се армия | 93-сө уҡсылар корпусы | |
| 01.10.1944 йыл | 2-се Балтик буйы фронты | 22-се армия | 93-сө уҡсылар корпусы | |
| 01.03.1945 йыл | 2-се Балтик буйы фронты | 22-се армия | 100-сө уҡсылар корпусы | |
| 01.04.1945 йыл | Ленинград фронты
(Курляндия төркөмө ғәскәрҙәре) |
22-се армия | 100-сө уҡсылар корпусы | |
| 01.05.1945 йыл | Юғары Баш командование Ставкаһы резервы | 22-се армия | 100-сө уҡсылар корпусы | |
Командованиеһы
Командирҙары
- Веричев Василий Николаевич (14.01.1942 — 23.04.1942), полковник.
- Котельников Василий Петрович (24.04.1942 — 29.08.1943), генерал-майор.
- Пыпырев Афанасий Сергеевич (30.08.1943 — 18.09.1943), полковник.
- Коваленко Василий Григорьевич (19.09.1943 — 05.04.1944), полковник.
- Передерий Николай Федорович (06.04.1944 — 13.04.1944), подполковник.
- Коваленко Василий Григорьевич (14.04.1944 — 14.11.1944), полковник.
- Степанов Степан Иванович (15.11.1944 — 15.12.1944), полковник.
- Коваленко Василий Григорьевич (16.12.1944 — 22.10.1945), полковник.
Командир урынбаҫарҙары
- .
- Степанов Степан Иванович (??.11.1944 — ??.09.1945), полковник
- .
Штаб начальниктары
- .
Батырлыҡ күрһәткән яугирҙары
| Награда | Исем-шәриф | Вазифа | Дәрәжә | Бүләкләнеү датаһы | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|
| III дәрәжә Дан ордены | Ведерников Дмитрий Александрович | йәйәүле разведка взводының разведчигы | кесе сержант | 1944 йылдың 15 авгусы | |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 219-я стрелковая Идрицкая краснознаменная дивизия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть I. 1920—1944 гг. стр.426,427
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 15 сентября 1944 года — за образцовое выполнение заданий командования в боях с немецкими захватчиками, за овладение городами Рымникул Сэрат (Рымник) и Фокшаны, проявленные при этом доблесть и мужество(Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть I. 1920—1944 гг. стр.502,503)
- ↑ 219-я стрелковая дивизия (формирования 1941 года). rkkawwii.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.