Шкураков Михаил Ермилович
Шкураков Михаил Ермилович (1901 йыл — 19 июль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 2-се Балтик буйы фронты 3-сө удар армияһы 219-сы уҡсылар дивизияһының 375-се уҡсылар полкы рядовойы. ВКП (б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Рига ҡалаһының почётлы гражданы (үлгәндән һуң).
Биографияһы
Михаил Ермилович Шкураков 1901 йылда Рәсәй империяһы Орёл губернаһы[1] Воронок ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урында башланғыс белем ала.
Артабан Белоруссия ССР-ының Витебск ҡалаһында йәшәй, төрлө предприятиеларҙа эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ына эвакуциалана.
1942 йылда Асҡын район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 2-се Балтик буйы фронты 3-сө удар армияһы 219-сы уҡсылар дивизияһының 375-се уҡсылар полкында хәрби хеҙмәтен башлай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Брянск өлкәһенең Стародубский районы