Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы

Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы Гәрәева (рус. Гареева Гульфира Нигаматовна; 1960 йылдың 25 октябре, Илтабан, Башҡорт АССР-ы) — әҙәбиәт белгесе-ғалим, тәнҡитсе, публицист. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Филология фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).

Биографияһы

Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы Гәрәева 1960 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районының Илтабан ауылында тыуған[2].

Күрше Ҡунаҡбай ауылы мәктәбендә урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә һәм уны 1982 йылда уңышлы тамамлай[2]. Артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт әҙәбиәте ғилеме буйынса аспирантурала уҡый[3].

1987—1992 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй[2].

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары мәктәп уҡытыусыһы булараҡ дауам итә: 1992-1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетында уҡыта, башҡорт филологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы була[3].

1995 йылдан Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы үҙе тамамлаған Башҡорт дәүләт университетында эшләй[2]. 2011 йылда «XX быуаттың икенсе яртыһы башҡорт прозаһының үҫеш үҙенсәлектәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].

2012 йылдан ғалим башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры[3].

2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире[5].

Бер үк ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлеге һәм әҙәбиәт ғилеме, мәҙәниәт ғилеме буйынса фәнни ойошма ағзаһы, ғилми секретарь[6].

Ғилми хеҙмәттәре

  • Вопросы мастерства в башкирской прозе(1996);
  • Зеркало времени: духовный мир героя (2003);
  • Тормош дөрөҫлөгө һәм яҙыусы оҫталығы (хәҙерге прозала жанр-стиль эҙләнеүҙәре). Өфө, 2005;

Ғалим ваҡытлы матбуғатта

Уның тураһында

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007)[2]
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы (2011)[3]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 5 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». ГАРЕЕВА Гульфира Нигаматовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2024)
  3. 1 2 3 4 Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2024)
  4. Диссертации России → Филологические науки → Литература народов Российской Федерации. Особенности развития башкирской прозы второй половины XX века. Гареева, Гульфира Нигаматовна
  5. Уфимский университет науки и технологий. Официальный сайт. Гареева Гульфира Нигаматовна, доктор филологических наук, профессор, заведующий кафедрой башкирской литературы и отечественной словесности (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2024)
  6. Академия наук Республики Башкортостан. Официальный сайт. Гареева Гульфира Нигаматовна. Отделение социально-гуманитарных наук и технологий. Научный совет по литературоведению и фольклористике: Ученый секретарь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2020)

Сығанаҡтар

Һылтанмалар