Айгөл Һағынбаева

Айгөл Һағынбаева (Айгөл Раүил ҡыҙы Һағынбаева; рус. Айгуль Сагинбаева; Айгуль Равиловна Сагинбаева; 1983 йылдың 6 июне, Илсеғол, Учалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — эстрада йырсыһы. 2011 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2019) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017), республика, төбәк һәм халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәр еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты.

Биографияһы

Һағынбаева Айгөл Раүил ҡыҙы 1983 йылдың 6 июнендә Башҡорт АССР-ының[1] Учалы районының Илсеғол ауылында тыуған[2].

Үҙ районындағы Мулдаҡай урта мәктәбен һәм Комсомол музыка мәктәбен тамамлай.

Ике йыл Өфө сәнғәт училищеһында, артабан Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында укый. Был юғары уҡыу йортонда Актёрлыҡ сәнғәте һөнәре буйынса диплом ала[2].

2011 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалсы булып эшләй. Республика буйлап, Әзербайжанда гастролдә була.

2015 йылдың 13 апрелендә «Башҡортостан» концерт залында Айгөл Һағынбаеваның соло-концерты була[3].

2015 йылда йырсы Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[4].

201 йылдың декабрендә йырсыға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелә[5].

2019 йылда — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[6][7].

2023 йылдың 18 ноябрендә йырсы сәхнә эшмәкәрлегенең 20 йыллығын билдәләй[8][2].

2024 йылдың 20 майында Айгөл Һағынбаева Өфөлә Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара татар йыры фестиваленең юбилейлы 20-се миҙгеленең Гала-концертында ҡатнаша. Йырсының һуңғы концерты 2024 йылдың 30 майында Өфөлә «Нефтехимик» ял Һәм ижад үҙәгендә үтә[2].

Йырсының репертуары

• Аҡҡош
• Ап-аҡ ҡарҙар
• Беҙ биш бала үҫтек әсәй менән
• Бер ҡайтырмын тыуған яҡҡа (Илдар Тимерғәлин һүҙҙәре, Илгиз Зәкиров музыкаһы)
• Әсе миләш (Рузаль Мөхәмәҙиев һүҙҙәре, Шамил Шәрипов музыкаһы)
• Әсәй
• Йырҙар
• Йырҙарымдан эҙлә (Рөстәм Закуанов һүҙҙәре, Фирзар Мортазин музыкаһы)
• Көнләшмә
• Күрешәйек, дуҫтарым
• Мин ҡалдырҙым һиңә һөйөүҙәр
• Ниндәй булһам шулай ярат мине
• Ниндәй көс бар һиндә
• Нисек түҙәйем икән яраларға (Флария Тереғолова һүҙҙәре, Шамил Шәрипов музыкаһы)
• Һине көтөп
• Һине көтөү (Илһөйәр һүҙҙәре, Альфред Йәкшембәтов музыкаһы)
• Һөйөлөүҙән әллә ҡурҡтыңмы?
• Һыу буйҙары
• Оҙатыу
• Пар аҡҡоштар (Айзат Гөлнур һүҙҙәре, Шамил Шәрипов музыкаһы)
• Рәхмәтеңдән ташлама (Венер Фәттәхов һүҙҙәре, Шамил Шәрипов музыкаһы)
• Тик иҫән бул
• Тыуған йортома
• Тыуған көнөң менән, атай
• Уйҙарым һинең хаҡта
• Умырзая
• Хыянат
• Ышанаһы килмәй (Георгий Ибушев һүҙҙәре, Шамил Шәрипов музыкаһы)
• Ярҙамынан Хоҙай ташламаҫ (Нурый Мөхәммәт һүҙҙәре, Шамил Шәрипов музыкаһы)
• Ник ҡағылдың күңелемә
• Үтмәгеҙ йылдарым (Нурлан Ғәниев һүҙҙәре, Наил Шәймәрҙәнов музыкаһы)
• Әйтмә һин ауыр һүҙ (дуэт Фәдис Ғәниев һәм Айгөл Һағынбаева)
• Әсе-әсе (дуэт Рәдиф Зарипов һәм Айгөл Һағынбаева)
• Пар алма (дуэт Рәдиф Зарипов һәм Айгөл Һағынбаева)
• Сыҡма юлдарыма (дуэт Рәдиф Зарипов һәм Айгөл Һағынбаева)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019)
• Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015)
• «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» музыкаль бәйгеһе еңеүсеһе
• «Ирәндек моңдары» йыр бәйгеһе дипломанты
• «Башҡорт йыры—2011» конкурсында гран-при (Өфө)
• «Алтын барыҫ» халыҡ-ара йыр конкурсы лауреаты (Ҡазан, 2004)
• «Татар йыры» халыҡ-ара фестиваль дипломанты (Ҡазан, 2004)
• «Яғымлы яҙ—2004» конкурсында гран-при (Ҡазан, 2004)
• Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Илһам Шакиров исемендәге бәйге еңеүсеһе (Ҡазан, 2005)
• Йырсыларҙың «Көмөш һандуғас» бәйгеһе дипломанты (Ҡазан, 2006)

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

Айгөл Һағынбаеваның беренсе никахы алты йыл дауам итә, 2012 йылда тарҡала. Был никахтан 2007 йылдың 28 майында уның өлкән ҡыҙы Әмилә тыуған. Айырылышҡандан Һуң Айгөл композитор, уның репертуарындағы күп йырҙар авторы, бер үк ваҡытта хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе Шамил Ғосман улы Шәриповҡа кейәүгә сыға. 2012 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем Шамил Ғосман улы «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. 2013 йылдан ул — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Шәрипов менән никахында Айгөл Һағынбаеваның ике балаһы: 2013 йылдың 31 авгусында улы һәм 2019 йылдың 16 октябрендә — ҡыҙы тыуған[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. 1 2 3 4 5 Айгуль Сагынбаева — биография певицы. Сайт kratkoebio.ru. Краткие биографии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
  3. В концертном зале «Башкортостан» прошел сольный концерт Айгуль Сагинбаевой. ИА «Башинформ» (13 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
  4. Ирина Шематонова. «Золотой запас» республики. Газета «Вечерняя Уфа» (31 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
  5. Деятелям культуры и искусства сегодня вручили государственные награды Республики Татарстан. Министерство культуры Республики Татарстан. Официальный сайт (28 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
  6. Указ Главы Республики Башкортостан от 13 августа 2019 г. N УГ-261 «О присвоении почетного звания "Заслуженный артист Республики Башкортостан" Сагинбаевой А.Р.» Система «Гарант» (13 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
  7. Учалинцы удостоены высоких государственных наград. Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (8 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
  8. Айгуль Сагинбаева отметила двадцатилетие творческой деятельности на сцене. Интернет - портал «Культурный мир Башкортостана» (18 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)

Һылтанмалар