Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы

Фәдис Рәхимйән улы Ғәниев (рус. Фадис Рахимьянович Ганиев; 1967 йылдың 11 феврале, Мулла[d], Башҡорт АССР-ы) — йырсы. 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокал артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).

Биографияһы

Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы 1967 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Мулла ауылында тыуған[1].

Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған (профессор Миләүшә Мортазина класы)[2].

1996—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында[3] солист-вокалист булып эшләй, 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова менән дуэтта йырлай[4].

Сәхнә эшмәкәрлеге

Композиторҙар Рөстәм Яхин, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Сәлих Сәйҙәшев («Хуш ауылым»), Руза Сәхәүетдинова, Урал Рәшитов, Ризуан Хәкимов («Әйтмә һин ауыр һүҙ»), Наил Шәймәрҙәнов һәм Рәйес Ханнановтың («Уфтанма») йырҙарын башҡара.

Репертуарында башҡорт «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Аһ, Ырымбур ҡалаһы» һәм татар халыҡ йырҙары «Шахта», «Сәрмән», «Хәмдиә» урын алған.

Шәхси тормошо

Ҡатыны — Лилиә Биктимирова, йырсы; үгәй ҡыҙы — Гөлназ Асаева, йырсы;[2]улы — Кәрим Ғәниев.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Татар жыры» Бөтә Союз конкурсының беренсе премияһы (1991)

Иҫкәрмәләр

  1. Э. Ә. Нәбиева. Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025.
  2. 1 2 Фадис Ганиев. Певец. Сайт «Биограф». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2025. (рус.)
  3. Сила песни. Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025.
  4. Ганиев Фадис Рахимьянович. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025.

Һылтанмалар