Шәймәрҙәнов Наил Әхмәт улы
Наил Әхмәт улы Шәймәрҙәнов (рус. Наиль Ахметович Шаймарданов; 1958 йылдың 2 декабре, Шафран ауылы, Башҡорт АССР-ы) — йырсы һәм композитор. 2010 йылдан Өфө балалар филармонияһының «Хыял» өлгөлө вокал студияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[1]. Әлшәй районының почётлы гражданы (2018).
Биографияһы
Шәймәрҙәнов Наил Әхмәт улы 1958 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Шафран ҡасабаһында[2] тыуған[3].
Шафран тимер юл станцияһындағы 43-сө урта мәктәпә уҡый. 1983 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан республика мәҙәниәт-ағартыу училищеһының оркестр (рус.)баш. бүлеген, 1991 йылда ситтән тороп Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай[3].
1984 йылдан Яңауыл район Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе һәм директоры була, 1987—1997 йылдарҙа Яңауыл ҡалаһындағы Техника һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, ижади коллектив етәксеһе[4].
2003 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы[3].
2010 йылдан — Өфө балалар филармонияһының «Хыял» өлгөлө вокал студияһы (рус.)баш. етәксеһе[5].
Репертуары
Композитор булараҡ Наил Шәймәрҙәнов 100-ҙән артыҡ йыр авторы[4], улар араһында «Бәхеттә, шатлыҡта», «Ак болытлар», «Дәү әнием, дәү әтием», «Ике малай», «Исен чакта курешик», «Балакаем балам», «Ять чаклар», «Кошлар китә» һәм башҡа күп йырҙар популярылыҡ яулаған. Быларҙан башҡа уның репертуарына тағы ла күп йыр инә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019)[7][8];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы;
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
- «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2025);
- Әлшәй районының почётлы гражданы (2018).
- Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале, йәш башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге һәм «Гәлсәр һандуғас» Башҡортостан республика конкурстары, Татарстандың «Татар жыры», «Алтын барс» премиялары лауреаты.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Поздравление Наилю Шаймарданову. Муниципальное бюджетное учреждение «Уфимская детская филармония» городского округа город Уфа. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Шафран ауылы
- ↑ 1 2 3 Гузалия Гизатуллина. Шаймарданов Наиль Ахметович. Муниципальное казенное учреждение Отдел Культуры администрации муниципального района Альшеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (20 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Прошел юбилейный концерт Наиля Шаймарданова. Муниципальный район Альшеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (4 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Образцовая вокальная студия «Хыял». Муниципальное бюджетное учреждение «Уфимская детская филармония» городского округа город Уфа. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Наиль Шаймарданов. Треки. Сайт «Музыка». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Өфөлә Радий Хәбиров яҡынлашып килгән Республика көнө уңайынан наградалар тапшырҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (9 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Список награжденных государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. 21. Шаймарданов Наиль Ахметович – руководитель народного ансамбля башкирской песни муниципального бюджетного учреждения «Уфимская детская филармония» городского округа город Уфа Республики Башкортостан. 2021 йылдың 23 июль көнөндә архивланған. (рус.)
Һылтанмалар
- Муниципальное бюджетное учреждение «Уфимская детская филармония» городского округа город Уфа. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026)
- Наиль Шаймарданов приглашает на свой первый творческий вечер. Сайт «Tatpressa.ru» Новости Татарстана и новости Казани. 13.09.2013 Шоу-бизнес (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026)
- Общественно-политическая газета «Янаульские зори». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026)