Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы
Стәрлетамаҡ дәүләт филормонияһы (рус. Стерлитамакская государственная филармония) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе составына инә.
Тарихы
Филармонияға 1991 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡала халыҡ депутаттары советы ҡарарына ярашлы Стәрлетамаҡ ҡала филормонияһы асыла. 1996 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт филормонияһы тип атала[1].
2013 йылдың 1 октябренән, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 19 июнендәге 755-р һанлы бойороғона ярашлы, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры менән берләшеп Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе (СГТКО) составына инә][2].
2002 йылда филармонияға 1991 йылда башҡортостандың атҡаҙанған артисы Х.Ишбирҙин нигеҙ һалған Бейеү театры ҡушыла.
Ижади коллективтар
- Филармонияның иң тәүге коллективы — «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө 1996 йылда ойошторола;
- Музыкаль-әҙәби лекторий (етәксеһе — БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған артисы К. Ю. Чертова);
- Халыҡ инструменттары оркестры (дирижеры — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре А. В. Астахов);
- Эстрада төркөмө (1996—1998 йылдарҙа етәксеһе — Ф. Р. Ғәниев);
- Хореографик миниатюралар ансамбле (етәксеһе — М.А. Ғәлимханов).
- 1999 йылда сыуаш эстрада-фольклор ансамбле «Сарби» ойошторола (етәксеһе Т. В. Кудрина).
- 1991 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Х.Ишбирҙиндың Бейеү театры.
- «Con anima» инструменталь триоһы[1].
Ижади эшмәкәрлеге
Коллектив Башҡорт дәүләт филармонияһы, Сәнғәт институты, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә. Филармонияның Рәсәй буйлап һәм Бельгия, нидерланд, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә әүҙем гастролдәрҙә булды. Халыҡ-ара һәм милли фестивалдәрҙә ҡатнаша, шул иҫәптән:
- 2007 йылда филармония коллективтары Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2007» агросәнәғәт күргәҙмәһендә төбәк исеменән сығыш яһай[3];
- «Берҙәмлек — Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (Өфө, 2007);
- «В Урале Русь отражена» төбәк музыкаль фестивале (Екатеринбург, 2003);
- Республика филармониялар фестивале (Өфө, 2004 һәм 2008)[1].
Ҡаҙаныштары
Дипломдар, наградалар һәм миҙалдар:
- Нидерландта 41-се халыҡ-ара фольклор фестивале,
- Бельгияла 48-се халыҡ-ара фестиваль[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Э.А.Ахметшина. Стерлитамакская филормония. Башкирская энциклопедия: в 7тт. (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- ↑ Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Республики Башкортостан Стерлитамакское государственное театрально – концертное объединение. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- ↑ Сегодня в Москве начала работу IX российская агропромышленная выставка "Золотая осень". Башинформ (12 октябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2024.
- ↑ Стерлитамакская государственная филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 11 декабрь 2007 года.
Һылтанмалар
- Филармония Стерлитамакского государственного театрально-концертного объединения. Культура. рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- «Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение». Отдел культуры админитрации города Стерлитамак. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.