Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы

Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы (рус. Ишбирдин Халил Анварович; 1963 йылдың 13 ғинуары, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй бейеүсеһе, балетмейстер, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостандың халыҡ артисы (2025).

Биографияһы

1963 йылдың 13 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1981—1983 йылдарҙа Һамар ҡалаһындағы йыр һәм бейеү хәрби ансамблендә хеҙмәт итә.

1991 йылда Рәсәй театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлай.

1980—1989 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы була.

Стәрлетамаҡ бейеү театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы бейеү театрының художество етәксеһе булып эшләй, 2001—2007 йылдарҙа — баш балетмейстеры.

Уның етәкселегендәге коллектив Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай (Бельгия, Нидерландтар, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һ.б.), башҡорт бейеү сәнғәтен таныта. Репертуарында башҡорт бейеүҙәренән тыш, төрлө халыҡтарҙың (рус, татар, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, Кавказ халыҡтары) бейеүҙәре лә киң урын ала.

2021 йылда «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсында иң яҡшы бейеү ҡуйыусы тип таныла.

2022 йылдың 29 апрелендә, Халыҡ-ара бейеү көнөндә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле НТВ телеканалындағы «Таланттар иле» шоуында ҡатнашып, Хәлил Ишбирҙин ҡуйған «Аманат» бейеүен тәҡдим итә[1][2].

undefined

Ижады

Хәлил Ишбирҙин ижадына хас сифаттар — бейеү хәрәкәттәренең байлығы, юғары техника, сағыу темперамент һәм милли үҙенсәлекле стиль. Ул сәхнәлә яңғыҙ партияларҙы оҫта башҡарыусы булараҡ таныла («Бесәнселәр», «Бөркөткә һунар уйыны», «Бүләк», «Кейәү» һ.б.).

Балетмейстер булараҡ, башҡорт халҡының тарихын, йолаларын һәм эстетик традицияларын сағылдырған хореографик әҫәрҙәр ижад итә. «Ҡыҙ урлау», «Инсебикә», «Арҡайым» хореографик спектаклдәрен, шулай уҡ 40-тан ашыу бейеү ҡуя: «Аманат», «Аулаҡ», «Баш бүре», «Башҡортостан», «Бөрйән егеттәре», «Казактар», «Күбәләк», «Порт-Артур», «Салауат» һ.б[3].

«Инсебикә», «Дала сыңы», «Аттар», «Урал бәйете», «Бүреләр», «Порт-Артур», «Башҡортостан» кеүек композициялар тарихи һәм фәлсәфи тәрәнлеге менән айырылып тора. «Бөрйән егеттәре», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Ирәндек бөркөттәре», «Күбәләк», «Кис ултырыу» бейеүҙәрендә башҡорт халҡының көнкүреше һәм рухи донъяһы сағыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Эстрада бейеүе буйынса Бөтә Союз фестивале лауреаты (Кишинёв, 1989),
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
  • Яңғыҙ халыҡ бейеүе башҡарыусылары һәм балетмейстер-ҡуйыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты ((Һамар, 1993).
  • Башҡортостандың халыҡ артисы (2025)[5].

Ғаиләһе

  • Атаһы — Ишбирҙин Әнүәр Ғайса улы (1940), бейеүсе, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1976)[6];
  • Әсәһе — Рәшиҙә Туйсина (1942), совет, Рәсәй бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012);
  • Ҡатыны — Римма Нәҙерша ҡыҙы Ишбирҙина (? — 2018), бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Хәлил Ишбирҙин менән бергә Стәрлетамаҡ бейеү театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[7];
  • Улы — Фәрхәд Ишбирҙин, музыкант, саксофонсы[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙинға – 60 йәш (башҡ.). Башҡортостандың мәҙәни донъяһы (23 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  2. Хәлил Ишберҙин: “ Ун туғыҙ йыл ваҡыт әрәмгә үтте... Беҙ бик күпте юғалттыҡ...” (башҡ.). Шоңҡар журналы (3 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  3. 1 2 Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  4. Башҡорт бейеүен данлайҙар (башҡ.). Башҡортостан гәзите (21 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  5. Бейеү оҫтаһы юғары исемгә лайыҡ булды (башҡ.). Башҡортостан гәзите (13 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  6. Известные люди Баймакского района // Ишбердин Анвар Айсович. baimaklib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  7. В Стерлитамаке скончалась заслуженная артистка РБ Римма Ишбердина. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  8. Фархад Ишбердин. jazzclubufa.com/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.