Зарипов Рәдиф Рәлиф улы
Рәдиф Рәлиф улы Зарипов (рус. Радиф Ралифович Зарипов; 1983 йылдың 26 авгусы, Малаяҙ) — Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, композитор. 2006 йылдан Рәсәй авторҙар йәмғиәте ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
Биографияһы
Зарипов Рәдиф Рәлиф улы 1983 йылдың 26 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында тыуған[1].
Ата-әсәһе район үҙәгендә, шунан Нәсибашта, артабан тағы Малаяҙҙа йәшәй. 1—7 синыфтарҙы үҫмер Нәсибаш урта мәктәбендә, 8-се һәм 9-сыны — Малаяҙ урта мәктәбендә уҡый. Бала сағынан төрлө байрам сараларында йыр менән ҡатнаша[2].
Малаяҙ урта мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова класында һөнәри белем ала. 2004 йылда училищены тамамлағандан һуң, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында уҡый. Әммә күңеле йыр сәнғәтенән тартҡанлыҡтан, ярты йылдан һуң хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Карауанһарай» башҡорт музыкаль эстрада—фольклор төркөмө үткәргән кастингка (рус.)баш. бара һәм, 36 дәғәүәсе араһыннан һайланып, икенсе көндө үк «Карауанһарай» составында гастроль концерттарына сығып китә: хеҙмәт эшмәкәрлеге ошо төркөмдә башлана[1].
2007—2009 йылдарҙа Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов класында уҡый. Студент йылдарында бер миҙгел Салауат Фәтхетдинов төркөмөндә сығыш яһай. Ғаиләһендә тәүге ҡыҙҙары тыуғас, уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтында дауам итә. Был юғары уҡыу йортон, «опера театры солисы» һәм «вокался педагог» һөнәрҙәре буйынса 2015 йылда тамамлай. Артабан бер ни тиклем ваҡыт Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында эшләп ала[1].
Йырсы эшмәкәрлеге
2005 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Гәлсәр һандуғас» конкурсында ҡатнашыуы һәм «Йыл асышы» номинацияһында (рус.)баш. еңеүсе булып танылыуы Рәдиф Зариповҡа ҙур популярлыҡ килтерә. Артабан ул йырсы булараҡ әүҙем сығыш яһай башлай. Бер үк ваҡытта үҙе лә көйҙәр яҙа. Репертуарында үҙе ижад иткән йырҙар өҫтөнлөк итә. Ул шағирҙәр Нурлан Ғәниев, Әсхәр Кәшфуллин, Роберт Миңнуллин, А. Сидеева, Ф. Хисаметдинова һәм башҡаларҙың шиғырҙарына көйҙәр яҙған. 200-ҙән артыҡ йыр авторы[1]. Ҡайһы бер киң билдәле йырҙары[3]:
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022)[5].
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. Уфа, АКИРУС—АНО ЦЭКИТ, 2024. 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026)
- ↑ 1 2 Летопись с.Насибаш. Радиф Зарипов — самородок из Насибаша. Насибашевский сельсовет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
- ↑ Музыка. Радиф Зарипов. Радиф Зарипов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026.
- ↑ Радиф Зарипов. Биография. Личная жизнь. Семья. Сайт «Женский портал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
- ↑ В Уфе состоялась церемония вручения государственных наград деятелям культуры и искусства (24 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / М. Ф. Кашапов, председатель редакционной коллегии. — Уфа: АКИРУС—АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 235, 236. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- «Сәхнә» журналы. 15.06.2020. «Буш вакытымны җыр язып уздырам». Җырчы Рәдиф Зарипов белән әңгәмә (тат.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- «Кызыл тан» гәзите. 11.03.2024. Рәдиф Зарипов Татарстан башкаласында фатир алган (тат.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- «Башҡортостан» гәзите. 12.03.2024. Йырсы Рәдиф Зарипов күсеп китә… (баш.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- «Шәһри Чаллы».18.05.2024. Рәдиф Зарипов: «Мине 16 яшькә кадәр яши алмый дигәннәр». Казанга күченгән Башкортстанның атказанган артисты «Шәһри Чаллы»га интервью бирде (тат.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- Радиф Зарипов. Страница в ВК (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).