Фәттәхов Венер Әхнәф улы

Венер Әхнәф улы Фәттәхов (рус. Венер Ахнафович Фаттахов; ижади псевдонимы Венер Фәттәх; 1956 йылдың 10 июне, Дүртөйлө, Башҡорт АССР-ы) — юрист, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция полковнигы (2000), шағир, популяр йырҙар авторы, һәүәҫкәр спортсы. 2014 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. СССР-ҙың спорт мастеры (1977).

Биографияһы

Фәттәхов Венер Әхнәф улы 1956 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө ауылында[1] тыуған[2]

1990 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, 1994 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы[3] Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған.

1976 йылдан СССР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре: Дүртөйлө район һәм Дүртөйлө ҡала эске эштәр бүлектәре милиционеры, участка инспекторы, бүлексә начальнигы, бүлек начальнигы урынбаҫары. Милиция полковнигы (2000)[2].

Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкиле булараҡ Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы үткәрелгән операцияла ҡатнаша[2].

2000 йылда отставкаға сыға һәм һаҡ ойошмаларының директор урынбаҫары, директоры, башҡарыусы һәм генераль директоры булып эшләй.

2012 йылдан Рәсәй тимер юл транспортынының Ведомство һағы федераль дәүләт предприятиеһы Өфө отрядының команда начальнигы.

Ижади эшмәкәрлеге

Венер Фәттәх башлыса поэзия өлкәһендә һәм уның йыр жанрында ижад итә. Уның шиғырҙарына композиторҙар 200-ҙән ашыу йыр яҙған[4]

Әҙиптең шулай уҡ проза һәм драма әҙәрҙәре лә байтаҡ. Хикәйәләре һәм шиғырҙары Дүртөйлө районының «Юлдаш» гәзитендә, Башҡортостан һәм Татарстан баҫмаларында, шул иҫәптән «Башҡортостан», «Кызыл тан», «Өмет», «Татарстан яшьләре» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдары биттәрендә донъя күргән. «Надкусанное яблоко», «Суд совести», «Змеи выползают из норы», «Где справедливость?», «Пятый по счёту мальчик» һәм «Жертва любви» исемле пьесалары буйынса спектаклдәр Дүртөйлө һәм Исмаил халыҡ театрҙарында сәхнәләштерелгән[4].

Ижадсы Бәләбәй ҡалаһында үткәрелеп килгән «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты[4].

Китаптары

  • Бегу за грозой: Стихи. Дюртюли, 2000  (тат.);
  • И приятно, и трудно: Стихи, пьеса, эссе, рассказы. Актаныш, 2002  (тат.);
  • Хочется верить: Стихи. Уфа: Гилем, 2007  (тат.);
  • Ноют райны: Рубаи. Уфа, 2009  (тат.);
  • Родина моя — Люртюли: Стихи. Уфа: Калита, 2010  (рус.);
  • Оставалась в веснах: Стихи. Уфа: Китап, 2011  (тат.);
  • В огне горят годы: Стихи. Уфа: Китап, 2014  (тат.).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө ҡалаһы
  2. 1 2 3 Дюртюлинская энциклопедия / Р. С. Юсупов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2020. — 572 с. — ISBN 978-5-88185-493-5. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026) (рус.)
  3. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағында
  4. 1 2 3 Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2020. — С. 544. — 672 с. — ISBN 978-5-295-06338-1. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026) (рус.)

Әҙәбиәт

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026)

Һылтанмалар

  • Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026)