Шәрипов Шамил Ғосман улы
Шамил Ғосман улы Шәрипов (рус. Шамиль Гусманович Шарипов; 1959 йылдың 8 июле, Өфө) — нефтсе-инженер, иҡтисадсы-ғалим, йәмәғәтсе. 2012 йылдан «Газпром трансгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1]. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2014)[2].
Биографияһы
Шәрипов Шамил Ғосман улы 1959 йылдың 8 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған[2].
Хеҙмәт юлын 1980 йылда Төмән өлкәһенең Тубыл ҡалаһында «Строймеханизация» тресында мастер булып башлай. Артабан трестың ВЛКСМ комитеты секретары, мастер, участка прорабы була[1].
1983—1984 йылдарҙа «Пермтрансгаз» производство берекмәһенең Чайковский магистраль газ торбаларының линия-производство идаралығы инженеры, баш инженеры була, капиталь төҙөлөш буйынса начальник урынбаҫары вазифаһын биләй[2].
1990—1994 йылдарҙа эшмәкәрлеген бер аҙ үҙгәртеп, Чайковский ебәк туҡымалар комбинатында генераль директор урынбаҫары булып эшләй.
1994—2012 йылдарҙа ҡабат үҙ һөнәрендә — «Пермтрансгаз», «Газпром трансгаз Чайковский» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәрҙә начальник урынбаҫары, генераль директор урынбаҫары була[3].
2012 йылдан — «Газпром трансгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[3].
Белеме
Юғары белемде Өфө дәүләт нефть институтында ала. Һуңынан «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2001 йылда — Өфө дәүләт нефть техник университетында, 2008 йылда Санкт-Петербург халыҡ-ара менеджмент институтында һөнәри белемен камиллаштыра[3].
Ғилми хеҙмәттәре
- Ш. Г. Шарипов. Архитектура энергетического пространства. — Уфа: УГНТУ, 2020. — 505 с. — ISBN 978-5-7831-1996-5.
- Ш. Г. Шарипов. Энергетические союзы и геополитика. — Уфа: Нефтегазовое дело, 2017. — 384 с. — ISBN 978-5-98755-226-1.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан алып)[1].
Ғаиләһе
Ҡатыны — йырсы Айгөл Һағынбаева, улар ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә[4].
Мауығыуҙары
Шамил Шәрипов буш ваҡыттарында балыҡ тотоу, һунар, тау туризмы, баскетбол, ат спорты, яхта спорты, музыка менән мауыға[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт ордены (2020)
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2019)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2017)
- Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Почёт грамотаһы (2009)
- Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Рәхмәте (2003)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2014)
- Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2003)[2]
- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы
- «Газпром»-дың Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы[3]
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2024)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Депутаты Государственного Собрания—Курултая Республики Башкортостан. Шарипов Шамиль Гусманович. Государственное Собрание—Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Лица партии. Шарипов Шамиль Гусманович. Сайт партии «Единая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Шамиль Гусманович Шарипов. Генеральный директор ООО «Газпром трансгаз Уфа». ООО «Газпром трансгаз Уфа». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Айгуль Сагынбаева — биография певицы. Сайт kratkoebio.ru. Краткие биографии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Персона. Шарипов Шамиль Гусманович. Сайт TAdviser. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Почётные граждане. Шарипов Шамиль Гусманович. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- ООО «Газпром трансгаз Уфа». Официальный сайт (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)