Әхмәтшин Борис Ғайса улы
Борис Ғайса улы Әхмәтшин (рус. Ахметшин Борис Гайсеевич; 1938 йылдың 22 ғинуары, Муса, Башҡорт АССР-ы — 2024 йылдың 1 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм фольклорсы-ғалимы. 1967 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2010) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997).
Биографияһы
Борис Ғайса улы Әхмәтшин 1938 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Муса ауылында тыуған[2].
1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы[2].
1985—1987 йылдарҙа — Вьетнам Социалистик Республикаһында командировкала була: Ханой ҡалаһындағы сит телдәр институтының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй[2].
1987 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында: 1991 йылдан факультет деканы, 1992—2012 йылдарҙа рус филологияһы кафедраһы мөдире.
1998 йылда филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].
2012—2013 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Дәүләт республика урыҫ фольклоры үҙәгендә төп ғилми хеҙмәткәр[2].
Ғалим 2024 йылдың 1 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
«Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелгән башҡорт риүәйәттәрен, әкиәттәр һәм легендаларын рус теленә тәржемә итә. «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия», «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләре авторы.
Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа башҡорт һәм рус халҡының этник-ара бәйләнештәрен өйрәнеүгә арналған 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән биш монография авторы, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы.
1960-сы йылдарҙан Башҡортостан буйлап фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша, шул иҫәптән (2011 һәм 2015 йылдарҙа — етәксе)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Библиография
- Горнозаводской фольклор Башкортостана и Урала / Б. Г. Ахметшин. — Уфа : Китап, 2001. — 287, [1] с., [1] л. портр. — Библиогр. в конце гл. и на с. 276—286. — Указ. авт. имен: с. 272—275. (рус.)
- Современное состояние русской народной поэзии северо-восточной Башкирии [Текст] / Б. Г. Ахметшин // Вестник Российского гуманитарного научного фонда. — 2015. — № 2 (79). — С. 237—245 . — ISSN 1562-0484. (рус.)
- Историк и теоретик фольклора (Лев Григорьевич Бараг) [Текст] / Б. Г. Ахметшин // Журнал «Бельские просторы». — 2023. — № 7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://vk.com/wall-187735536_3751
- ↑ 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ӘХМӘТШИН Борис Ғайса улы (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)
- ↑ «disserCat» — электронная библиотека диссертаций. Тема диссертации и автореферата: Несказочная проза горнозаводского Башкортостана и Южного Урала. Ахметшин, Борис Гайсеевич, доктор филологических наук, 1998, Уфа
- ↑ УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ «О награждении государственными наградами Российской Федерации» от 25 сентября 2010 года № 1171 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2024)
- ↑ Сайт Награды России. Ахметшин Борис Гайсеевич: Почетное звание «Заслуженный работник высшей школы Российской Федерации». 25 сентября 2010 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2024)
Һылтанмалар
- Р. Ә. Сиражитдинов. ӘХМӘТШИН Борис Ғайса улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2024.
- Кристина КНИГА. «Даже если хочешь остаться на месте — расти!». Газета «Вечерняя Уфа», 11 мая 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)