Әбүбәкиров Зәкир Зәбих улы
Әбүбәкиров Зәкир Зәбих улы (рус. Абубакиров Закир Забихович; 1952 йылдың 22 апреле, Юлдыбай, Башҡорт АССР-ы) — юрист-ғалим, педагог, эске эштәр һәм наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу органдары хеҙмәткәре. Полиция полковнигы (2005). Юридик фәндәр кандидаты (2000), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1998) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000).
Биографияһы
Зәкир Зәбих улы Әбүбәкиров 1952 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Юлдыбай ауылында тыуған.
1969 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте[1] тамамлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтында[2] уҡый.
1975 йылдан Ҡужанаҡ урта мәктәбе директоры урынбаҫары, 1976 йылдан Ҡарғалы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе, 1978 йылдан Абҙан урта мәктәбе директоры.
1981 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Зианчурин районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1989 йылдан начальник вазифаһында.
1997 йылдан Өфөлә Өфө юридик институтының кадрҙар һәм уҡытыу-тәрбиә эше бүлеге етәксеһе урынбаҫары—мөдире булып эшләй.
2005 йылда Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Төньяҡ-Көнбайыш квалификацияһын күтәреү институтының Өфө филиалының 12-се мөдире итеп төҙәйендәнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1998);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002);
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000);
- 2-се дәрәжә "За отличие в службе" миҙалы (1996);
- 1-се дәрәжә "За отличие в службе" миҙалы (2000);
- 3-сө дәрәжә "За укрепление уголовно-исполнительной системы" миҙалы (2001);
- «За доблесть в службе» миҙалы (2002);
- 3-сө дәрәжә «За отличие в службе в органах наркоконтроля» миҙалы (2007)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты.
- ↑ Хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.
- ↑ 1 2 Выпускники БРГИ №1 Иим. Р.Гарипова. Ассоциация "Беренсе". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2025.