Юлдыбай (Ейәнсура районы)
Юлдыбай (рус. Юлдыбаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804008.
Географик урыны
Тарихы
Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[3].
Юлдыбай ауылы 1761 йылдан алып билдәле. Улус старшинаһы Юлдыбай Булатов исеме менән аталған. Икенсе исеме «Сураш» этнонимы менән бәйле (ҡара: Үҫәргән). 1795 йылда 22 йортта 183 кеше йәшәгән, 1866 йылда Юлдыбайҙа (Сурашта) 58 йортта 320 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ 4 һыу тирмәне теркәлгән[2].
Әлеге ваҡытта Юлдыбай ауылында фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халыҡ һаны
Халҡы: 1900 йылда — 496 кеше, 1920 йылда 443 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар йәшәй (2002).
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[10].
Ревизия материалдарында
1816 йылда[11] Юлдыбай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Урамдары
Һылтанмалар
- ревизия материалдары 2022 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Юлдыбай (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 1.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 2.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары 2022 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан