Тарихы

Ауылға 18 быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусының Абҙан һәм Этҡол ауылдары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 йылда 30 йортта 163 кеше йәшәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[2].

Географик урыны

Ауыл Оло Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 41 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Муйнак): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 77 км

Билдәле шәхестәре

  • Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2021) һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы (2014) лауреаты.
  • Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы (10 март 1929 йыл21 декабрь 2010 йыл) — журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1986 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
  • Хәсәнов Нәжметдин Танһыҡҡужа улы (рус. Хасанов Нажметдин Тансыккужаевич; 10 март 1925 йыл8 март 2013 йыл) — ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм башҡа миҙалдар кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәнит хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 297 кеше; 1920 йылда 400 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 269 кеше иҫәпләнгән.[3].

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 368 [4]
1959 йылдың 180 [5]
1970 йылдың 280 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 243 [6]
1989 йылдың 216 [6]
2002 йылдың 227 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 269 [8]
2010 йылдың 212 [7]
2020 йылдың 159 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[10].

Урамдары

  • Оло Өҫкәлек урамы (рус. улица Большой Ускалек)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[11]

Тирә-яҡ мөхит

  • Өһәйен (Хөсәйен) Ҡарауылы тауы
  • Ҡарағайлыайыры йылғаһы
  • Асалығул йылғаһы

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Мәзит, Ейәнсура районы
  3. [ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә