Иҙелбәк

Иҙелбәк (рус. Идельбаково) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453393, ОКАТО коды — 80226819001.

Географик урыны

Иҙелбәк ауылы Ҡаҙанболаҡ йылғаһы (Ҡаҫмарт йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға XVI быуат аҙағында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Башҡорт ихтилалдарын (17351740) баҫтырыу мәлендә яндырыла, һуңынан тергеҙелә. Иҙелбәк Усманов исеме менән аталған. Шулай уҡ Ҡаҙанболаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 9 йортта 49 кеше йәшәгән, 1866 йылда 57 йортта — 296 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә булған. 1939 йылда Үрге Иҙелбәк ауылы булараҡ теркәлгән. Түбәнге Иҙелбәк ауылы XX быуаттың 30‑сы йылдарында, «Овцевод» совхозы ойошторолғас, барлыҡҡа килә. Үрге Иҙелбәк Түбәнге Иҙелбәк менән ҡушылып, Ейәнсура совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 70‑се йылдарҙан хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә[3].

Хәҙерге осор

Иҙелбәк — Ҡаҙанболаҡ ауыл Советының административ үҙәге. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, «Рәсәй почтаһы» бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана, район электр селтәрҙәре, урман хужалығы, мәсет, магазиндар бар[3].

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 442 кеше, 1920 йылда 516 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда Иҙелбәктә 1438 кеше тәшкил иткән[4]. Башҡорттар йәшәй (2002).

Йыл Халыҡ һаны
1959 йылдың 1214 [5]
1970 йылдың 1740 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 1543 [6]
1989 йылдың 1373 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 1367 [7]
2009 йылдың 1438 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2010 йылдың 1283 [7]
2020 йылдың 1010 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, халҡының күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (80 %)[10]

Урамдары

  • Әхмәтшин урамы (рус. улица Ахметшина)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Ҡаҙанболаҡ урамы (рус. улица Казанбулак)
  • Төп урам (рус. Ключевая улица)
  • Комаров урамы (рус. улица Комарова)
  • Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
  • Күсәков урамы (рус. улица Кусакова)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Төҙөлөш урамы (рус. Строительная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Шолохов урамы (рус. улица Шолохова)[11]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары
  • Яманайыр йылғаһы
  • Ҡаҙанболаҡ йылғаһы

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 1 2 Иҙелбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Справочник 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Тема буйынса өҫтәмә