Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы
Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрова (рус. Лилия Равиловна Ишемьярова; 1976 йылдың 19 июле, Иҙелбәк, Башҡорт АССР-ы) — йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022).
Биографияһы
1976 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында тыуған.
1990 йылда 9-сы синыфты тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә, 1993 уның яңғыҙ йырлау бүлеген тамамлай.
1993 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокал башҡарыусыһы итеп эшкә саҡыралар.
1998 йылдан Өфө сәнғәт институты студенты. Был уҡыу йортон 2002 йылда тамамлаған.
2000 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
2002 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар һәм ошо коллектив менән төрлө гастролдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша, әүҙем эшмәкәрлек алып бара[1].
2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022)[3]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)[4]
- «2002 Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыуҙа ҡатнашҡан өсөн» тағылмалы билдә (2003)[5]
- «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» күкрәк билдәһе (2006)[6]
Конкурстарҙа яңғыҙ еңеүҙәре
- «Яҙғы моңдар» республика конкурсы дипломанты (1992)
- «Ирәндек моңдары» республика конкурсының 3-сө премияһы лауреаты (1996)
- Халыҡ-ара «Урал моңо» төрки йәштәр конкурсының 1-се премия лауреаты (1998)
- Халыҡ-ара «Европа-Азия» Оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсы дипломанты (2007).
Репертуары
- Алты егет — Гөлсөм Бикбулатова менән дуэт (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Кинйəкəй — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Элмəлек — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Сыбай ҡашҡа — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- һағындым;
- Һалдат;
- Һин ултыртҡан муйыл;
- Һөйөү йыры;
- Һуңланың;
- Һыҙыла йөрәк;
- Yҙең аңла;
- Айырылмайыҡ тыуған яҡтан — Рәйес Вәғизов музыкаһы, Рәмил Сурағолов һүҙҙәре;
- Асыуланма;
- Баймағым;
- Байрам — Риф Арыҫлан музыкаһы, Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре;
- Башҡортостан — Илшат Абдрахманов музыкаһы, Ришат Хәйруллин һүҙҙәре;
- Бәхет иле — Мәхмүт Нәҙершин музыкаһы, Риф Мифтахов һүҙҙәре;
- Бәхет өсөн — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Бәйлеғош — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Гармун моңо;
- Ғашиҡ булдым — Фәниә Даутова музыкаһы, Урал Кәримов һүҙҙәре;
- Гел генә — Бәхти Ғайсин музыкаһы, Шәриф Бикҡол һүҙҙәре;
- Гәлсәр шишмә;
- Дуҫыма (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Ейәнсурам;
- Ер һәм күк — Рәйес Низаметдинов музыкаһы, Рәми Ғарипов һүҙҙәре;
- Ете төндә;
- Әсәйем;
- Әсәй теләге;
- Йәнем;
- Йәшәйһе килә;
- Йәшлек үтә;
- Иртәләрем;
- Йырсы егет;
- Ҡара мыйыҡ;
- Ҡарама буйыма;
- Ҡасып булмай үҙеңдән — Лилиә Мәхмүтова музыкаһы һәм һүҙҙәре;
- Кейек ҡаҙҙар — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Кеше йәре — Д. Солтанов музыкаһы, Г. Шакирова һүҙҙәре;
- Кил һин, бәғерем — Рәйес Низаметдинов]] музыкаһы, Абус Суфиянов һүҙҙәре;
- Килмә;
- Кисер — Юлай Үҙәнбаев музыкаһы, Гөлназ Ҡотоева һүҙҙәре;
- Кит инде;
- Китеп булмай;
- Күҙҙәремә тура ҡарама;
- Ҡыр ҡаҙҙары;
- Ләйсән ямғыр;
- Мин һине яратам — Инсаф Хәбибуллин музыкаһы;
- Мин яратам;
- Мөхәббәтемде мин таптым — Кельвин Харис музыкаһы, Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре;
- Муйыл — Абдулла Хәлфетдинов музыкаһы;
- Һағын мине;
- Һалдат — Наил Ғәлиев музыкаһы;
- Өс егет йөрөй артымдан — Наил Ғәлиев музыкаһы; Шәрфи Бикҡол һүҙҙәре;
- Рәхәт йәшәйек;
- Сабый;
- Саҡыр — Салауат Низаметдинов музыкаһы;
- Сәхнә йыры;
- Табыныу;
- Тик-тәк;
- Томандар — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Түҙә алмам;
- Тыуған яҡ — Гөлнур Бураҡаева музыкаһы, Мәрйәм Бураҡаева һүҙҙәре;
- Ултыр әле, иркәм, яндарыма;
- Ултыр әле, иркәм;
- Хәтереңдән юйылайым;
- Хис тулҡындары;
- Эҙләмә hөйөүемде;
- Эх, алмағастары — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Эх, күҙҙәре;
- Яндарыма килhәң;
- Яңы йыл;
- Ярат алдамайынса — Салауат Низаметдинов музыкаһы, Тәнзилә Кейекбирҙина һүҙҙәре;
- Яратам;
- Алтынбай — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Һандуғас — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Таҡмаҡтар — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Һуңлама — Нур Дауытов музыкаһы, Сафуан Әлибаев һүҙҙәре;
- Саҡырмасы, кәкүк — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Тал бөгөлә — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Төйәләҫ — (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Тыуған ауылым — Тәлғәт Шәрипов музыкаһы, Нәжип Иҙелбай һүҙҙәре;
- Алты егет — Гөлсөм Бикбулатова менән дуэт (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө);
- Мөхәббәт шаярмай — Радик Вәлмөхәмәтов менән дуэт (Рим Хәсәнов музыкаһы;
- Һөйгәндәр йыры — Урал Мортазин музыкаһы;
- Һуңлама кил инде — Урал Мортазин музыкаһы;
- Көнләшмә — Урал Мортазин менән дуэт, А. Нәбиев музыкаһы, Баян Ҡотлоев һүҙҙәре;
- Мин һине яратам — Урал Мортазин менән дуэт;
- Яратам — Урал Мортазин менән дуэт;
- Мин һине яратам — Тимур Рамазанов менән дуэт, Салауат Низаметдинов музыкаһы, Риф Мифтахов һүҙҙәре;
- Аңларһың тип уйлайым — Ришат Хәмитов менә дуэт;
- Һин — Илнур Юламанов менән дуэт.
Ғаиләһе
Кейәүҙә. Тормош иптәше — Урал Мортазин, бейеүсе. Өс бала әсәһе[7]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Эстрадная группа Тимура Рамазанова. Состав группы: Лилия Ишемьярова, народная артистка Башкортостана, вокал. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (рус.)
- ↑ Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли. Информационное агентство «Башинформ» (25 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (рус.)
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 22 марта 2022 №УГ-124
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 22 мая 2000 №УГ-271
- ↑ Приказ Госкомстата России от 30 июня 2003 № 134
- ↑ Приказ ФС государственной статистики от 29 декабря 2006 г № 248
- ↑ «Әсәйем бәләкәй буйлы, атайым да оҙон түгел». shonkar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Йырсы — матбуғатта
- С. Кияшко. Тандем песни и танца" — «Уфа», 2011,декабрь
- Л. Аралбаева-Ишморатова. Һандуғас та буйға, ай, ҙур түгел" — «Башҡортостан ҡыҙы», 1999
- Г. Ҡотоева. Гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылы. — «Башҡортостан ҡыҙы», 2018, № 5
- Л. Нәфиҡова. Ҡыҙы бар — наҙлы, улы бар — терәкле — «Киске Өфө», 2012, № 7
- Н. Фазлыева. Сәхнә һандуғасы — «Аманат» , 2003, № 3
- З. Миңлебаева.Үҙ моңомдо эҙләйем — «Йәншишмә», 1999,12 ноябрь
- Г. Иҡбаева. Йөрәгем дә һинең өсөн — Ҡыҙыл таң, 2015, 30 октябрь
Һылтанмалар
- Официальная фан-страничка Лилии Ишемьяровой (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Сайт «КИОН Музыка». Лилия Ишемьярова. «Алтын коллекцияһы». Тректар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Сайт «Яндекс Музыка». Исполнитель Лилия Ишемьярова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана». Лилия Ишемьярова приняла участие в международном проекте Ренато Монти (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)