Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева (рус. Марьям Сабирьяновна Буракаева; 1943 йылдың 27 марты, Иҫәнғол, Башҡорт АССР-ы) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2025), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (2023), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013). Ейәнсура районының почётлы гражданы.
Биографияһы
Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы 1943 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы (1992 йылдың 25 февраленән — Башҡортостан Республикаһы) Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған[1].
Урта белем алғас, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналистлыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан — профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәтсе.
2023 йылдың мартында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында «Бураҡаева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Сара Мәрйәм Бураҡаеваның 80 йәшлек юбилейына арналды[2].
2025 йылдың 13 майында Мәрйәм Бураҡаеваға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].
Ижади эшмәкәрлеге
| Ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, һәр саҡ иленә, теленә хеҙмәт юлында яңы алымдар уйлап таба, йәше-ҡарты араһында ҡайнап йәшәй. Уй-ниәттәрен кешегә аңлатып биреп кенә ҡалмай Мәрйәм апай, ә бөтә пландарын ғәмәли, аныҡ эштәр менән тормошҡа ашыра бара. Ейәнсура башҡорт гимназияһын асып ебәреү, балалар өсөн «Йәйләү» лагерын, милли ризыҡтар – талҡан, буҙа етештереүҙе ойоштороу, «Тормош һабаҡтары» дәреслеген яҙыу, уны мәктәптәрҙең уҡыу планына индереүгә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәттән, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан перспективаһыҙ мөһөрөн алдырып ташлауға өлгәшеү... Хәйер, уның ҡаҙаныштарын бик оҙаҡ һанарға була. Көрәшеп йәшәргә, эшләргә яратҡан Мәрйәм апай әле лә яңы уй-ниәттәр менән яна.
Шуныһы ҡыҙыҡ – уның идеялары яңы, бер ҡайҙа ла ишетелмәгәнлеге менән һоҡландыра. Йәнә лә ул кешеләргә аҡыл, фәһем биреп кенә ҡалмай, үҙ балалары йөҙөндә эшең дә, һүҙең дә бер булырға тейешлеген күрһәтте. Мәрйәм апай менән Диҡҡәт ағайҙың ил, тел өсөн яныуы улдарында ла, ҡыҙҙарында ла ялҡын булып ҡабынған. Уҡытыусы, көрәшсе генә түгел, Мәрйәм апай – биш балаға йән биргән берҙән-бер башҡорт әҙибәһе лә. Уның хистәрен тағатыуын ҙур диҡҡәт менән тыңланым. |
- ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә Евразия Яҙыусылар союзы ойошторған драматург Халдун Танерҙың йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған Халыҡ-ара пьесалар конкурсында беренсе урын Мәрйәм Бураҡаеваның «Шәүлә» пьесаһына бирелде[4].
- 2018 йылдың декабрь башында Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә үткән «Йөрәгем ҡушҡанса» тигән кисә Мәрйәм Бураҡаеваның 75 йәшлек юбилейына арналды[5].
Китаптары
- «Көҙгө ысыҡ», хикәйәләр. — Өфө: Инеш, 2011. — 184 бит.
- «Арғымаҡ» 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған., мемуар-эссе
- «Тормаш һабаҡтары» : юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма / М. С. Бураҡаева. — Өфө : Китап, 2011. — 196, [1] с., [4] л. цв. ил.; ISBN 978-5-295-05309-2
- Святая рыба : Повести : [Для ст. и сред. шк. возраста] / Маръям Буракаева. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1993. — 349,[1] с.;
- Чудеса Илмень-горы : Сказка : [Для сред. шк. возраста] / Марьям Буракаева; [Худож. М. Биишев]. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1995. — 21 с. : цв. ил.;
- Сестричка : Докум. повесть [О боевом пути мед. сестры С. Ахметовой] / Марьям Буракаева. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1985. — 133 с. : ил.;
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2025)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002)
- Салауат Юлаев ордены (2013)
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2002)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия (2005)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2023)
- Ейәнсура районының почётлы гражданы.
Танылыуы
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 майындағы 207-се Ҡарары менән Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның исеме Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының Иҫәнғол ауылы башҡорт интернат-гимназияһы дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[6];
Иҫкәрмәләр
- ↑ Р. З. Шәкүров. Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Альмира Давлетбаева. Башҡортостанда яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның 80 йәшенә арналған юбилей саралары уҙҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (28 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Азат Гиззатуллин. Просветитель Марьям Буракаева стала народным учителем Башкортостана. ИА «Башинформ» (13 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Башҡорт яҙыусыһы халыҡ-ара драматургтар конкурсында еңеүсе булды (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (15 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаева: «Мин һәр ваҡыт йөрәгем ҡушҡанса йәшәйем» (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (4 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Исҡужина Н. М. Бураҡаеваның «Шишмә» повесында экология мәсьәләләре/Н. М. Исҡужина// Башҡортостан уҡытыусыһы.- 1996.- № 10.- 43 б.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Беҙҙә ҡунаҡта Мәрйәм Бураҡаева. Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия- интернаты сайты (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)