Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы

Илгизәр Диҡҡәт улы Бураҡаев , Илгизәр Диҡҡәт (рус. Буракаев Ильгизар Дикатович; 1967 йылдың 12 июле, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Биографияһы

1967 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы — ғалим-геолог Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы, әсәһе — Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы — яҙыусы һәм педагог. Илгизәр 1984 йылда баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. 1992 йылда университетты тамамлағас, Күгәрсен районында уҡытыусы булып эшләй. Ейәнсура башҡорт гимназияһында «Тормош һабаҡтарын» уҡыта һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Рәсәй Федерацияһы мәғариф институтының Башҡортостан филиалында, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. И. Д. Бураҡаев — «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторҙарының береһе.

Яҙыусының хикәйәттәре һәм мәҡәләләре республикабыҙҙың «Ағиҙел», «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдарында һәм гәзиттәрҙә баҫылып тора. Уның әҫәрҙәре 2000 йылда «Күк бүреләре» тигән айырым китап булып нәшер ителде. Был хикәйәттәр башҡорт легендаларына һәм риүәйәттәренә нигеҙләнеп, тарихи факттарға таянып яҙылған. Уларҙың бөтөнөһөн дә бер фекер берләштерә: заман үҙгәрһә лә, халыҡ, милләт алдында әленән-әле тыуып торған проблемалар ҡала килә һәм һәр халыҡ уларҙы үҙенә генә хас милли үҙенсәлектәргә таянып хәл итә ала.

2023 йылда "Библия"ны тәржемә итеү институты (ИБТ) һәм Рәсәй Библия йәмғиәте (РБС) берлектә башҡорт телендә «Изге яҙма (Тәүрат», Зәбүр, Инжил)" китабын баҫтырып сығарҙы. Тәржемә эшендә Илгизәр Диҡҡәт улы ла ҡатнашты[1][2].

Ғаиләһе

  • Атаһы — Диҡҡәт Бураҡаев (1932—1981), ғалим-геолог, журналист, балалар яҙыусыһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979);
  • Әсәһе — Мәрйәм Бураҡаева (1943) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2025), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (2023), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013). Ейәнсура районының почётлы гражданы.
  • Һеңлеһе — Бураҡаева Гөлназ Диҡҡәт ҡыҙы (1969) — Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлай, музыка уҡытыусыһы. «Халыҡ-күңеле хазина» — башҡорт мәктәптәре өсөн музыканан программаһын эшләүҙә авторҙаш.
  • Һеңлеһе — Бураҡаева Гөлнур Диҡҡәт ҡыҙы (1972) — Өфө сәнғәт институтының (хәҙер академия) театр һәм кино режиссерҙары факультетын тамамлай. «Йәйләү» программаһы авторҙарының береһе. «Тормош һабаҡтары» дәреслеге программаһы буйынса видеофильмдар эшләүҙә ҡатнаша. Хикәйәләр яҙа.
  • Һеңлеһе — Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы (1973) — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын (1990—1995) һәм Госкино ҡарамағындағы сценарист курсын (1998—2000 йыл) тамамлай.
  • Һеңлеһе — Таңсулпан (1982), кинорежиссёр, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)