Бикбулатова Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы
Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы Бикбулатова (рус. Гульсум Валиулловна Бикбулатова; 1979 йылдың 5 июле, Мәҡсүт, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең театр артисы, йырсы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика ижади конкурстары лауреаты һәм дипломанты.
Биографияһы
Бикбулатова Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы 1979 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында ғаиләлә 12-се бала булып тыуған.[1]
Мәктәпте тамамлағандан һуң Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта 1997 йылдан Сибай дәүләт филармонияһында вокалсы солист булып эшләй[1].
2000—2004 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актёрҙар факультетында уҡый.
2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры[2].
2025 йылдың 13 һәм 14 февралендә Милли йәштәр театрында йырсы һәм актрисаның ике концерты булды. Программа «Мин һөйөүҙән яралғанмын» тип аталды[3].
2025 йылдың майында Гөлсөм Бикбулатова Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында булды, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби хеҙмәткәрҙәре алдында концерт менән сығыш яһаны[4].
Ижади эшмәкәрлеге
Бала сағынан уҡ йырҙары менән сәхнәлә сығыш яһай башлай. 1988 йылда туғыҙ йәшендә Сибай ҡалаһында мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән «Йондоҙҙар беҙгә йомшаҡ йымылдай» конкурста ҡатнаша һәм Гран-при яулай[1].
Театрҙағы ролдәре[2]
- 2024 йыл — Гуля («Аҡһаҡ», Мансур Ғиләжев)
- 2023 йыл — Гөлғәйшә («Силсәүит, Алдар һәм Адвокат», Мостай Кәрим)
- 2021 йыл — Миләүшә («Ғашиҡтар көнө», Наил Ғәйетбай)
тулы исемлек
- 2020 йыл — Ҡара кейемдәге ҡатын («Уйҙарымдан ғына юғалма…», «Королёк – птичка певчая», Ришат Нури Гюнтекин)
- 2019 йыл — Маймыл («Айболит һәм Бармалей», Корней Чуковский)
- 2019 йыл — 1-се сысҡан («”Р”-һыҙ ҡалған Мырҙабай», Зөһрә Фәйзуллина)
- 2019 йыл — Асия, Бөрйән ырыуы («Башҡорт туйы», Мөхәмәтша Буранғолов)
- 2018 йыл — Диңгеҙ батшабикәһе («Мөхәббәт һәм нәфрәт», Зәйнәб Биишева)
- 2011 йыл — Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса «Яҙмыш йылғаһы» исемле әҙәби-музыкаль композиция
- 2011 йыл — Иркәбикә, Туҡтабикә, тол ҡатын («Тоҡ эсендәге бесәй», Мостай Кәрим)
- 2010 йыл — Харита («Ташлама утты, Прометей!», Мостай Кәрим)
- 2005 йыл — Көнһылыу («Алтын балта», Сәрүәр Сурина)
- 2009 йыл — Ҡар бөртөгө («Тылсымлы ҡурай», Лилиә Кәбирова)
- 2009 йыл — Рауза («Йәшәйештең ике яры», Мостай Кәрим)
- 2008 йыл — Резеда («Йәләлетдин атай», Мостай Кәрим)
- 2005 йыл — Ғилмияза («Ғилмияза», Таңсулпан Ғарипова)
Йыр репертуары[1]
- Аҡ болоттар (Кәүсәриә Нуруллина һүҙҙәре, Наил Шәймәрҙәнов музыкаһы)
- Аҡ сәскәләр
- «Алты егет» (халыҡ һүҙҙәре һәм көйө)
- «Апайыма аҡ сәскәләр» (Миләүшә Ғәлиева һүҙҙәре, Риф Арыҫлан музыкаһы)
- Араларҙа ай ғына
- Арҡайым
- Атай, әсәй
- «Ауылҡайым»
- Баласаҡ
- Беҙ мәңге йәш
- Булмаған кеүек
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019).
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — Азат Сабир улы;
- Улы — Искәндәр Мәскәү политехник университетында программист һөнәренә уҡый
- Айсель — мәктәп уҡыусыһы[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Бикбулатова Гульсум Валиулловна. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Бикбулатова Гульсум Валиулловна. Заслуженная артистка Республики Башкортостан. Национальный молодежный театр имени Мустая Карима. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Два дня аншлагов: в НМТ РБ прошли сольные концерты Гульсум Бикбулатовой. Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана» (17 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Певица Гульсум Бикбулатова выступила для бойцов СВО. «Молодёжная газета» Республики Башкортостан. Официальный сайт (27 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Гөлсөм Бикбулатова: "Осраҡлы танышыу мөхәббәткә әүерелде" (башҡ.). «Шоңҡар» (11 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
Һылтанмалар
- Национальный молодежный театр Республики Башкортостан имени Мустая Карима. Официальный сайт. Бикбулатова Гульсум Валиулловна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2026).
- Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Бикбулатова Гульсум Валиулловна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2026).
- Сайт «kino-teatr.ru» Гульсум Бикбулатова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2026).
- Сайт «РБ переводчик». Гульсум Бикбулатова. Биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2026).