Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова (рус. Тансулпан Хизбулловна Гарипова; 1947 йылдың 22 сентябре, Күсей, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй яҙыусыһы, прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018)[1] һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
Биографияһы
1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.
1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1975 йылдан алып Йылайыр районы, Баймаҡ һәм Учалы ҡалаларындағы белем биреү учреждениеларында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында (1995—96 йылдарҙа баш мөхәррир) һ. б. эшләй; 2000—03 йылдарҙа «Ватандаш» журналы хеҙмәкәре. «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 йылда сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. «Ай менән Ҡояш бер генә» (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата-әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. «Бөйрәкәй» (1997—2004) роман-эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уның үҙенсәлеген билдәләй, унда бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүере күрһәтелә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙыра. Уның «Ямғыр көткәндә», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Ғилмияза» һ. б. пьесалар авторы, улар Башҡортостан Республикаһы театрҙарында сәхнәләштерелгән. «Йәй ташы» пьесаһы б‑са 2002 й. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» нәфис фильмы (реж. Б. Т. Йосопов, «Башҡортостан» к/ст) төшөрөлә, ул «Сталкер» (2002; Мәскәү), БДБ илдәренең һәм Балтияның «Киношок» (2004; Анапа), «Алтын Мөнбәр» мосолман киноһы (2005; Ҡазан) һ. б. халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994);
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2006);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018)[2].
Әҫәрҙәре
- Ялан сейәһе. Хикәйәләр. Өфө. 1982.
- Күгәрсен йыры. Хикәйәләр. Өфө. 1987.
- Ай менән Ҡояш бер генә. Повесть, хикәйәләр. Өфө. 1990.
- Бөйрәкәй. Роман, повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1997.
- Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ. Әкиәттәр. — Өфө, 1999.
- Бөйрәкәй. Роман-эпопея. Өфө. 2006 й.
- Илекәй. Повестар, хикәйәләр. Өфө. 2013.
- Бөйрәкәй. Роман-эпопея. Өфө. 2016
- Буренушка. Роман-эпопея. Уфа. 2016.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тансулпан Гарипова стала народным писателем Башкортостана
- ↑ https://glavarb.ru/upload/iblock/%D0%A1%D0%BF%D0%B8%D1%81%D0%BE%D0%BA%20%D0%BD%D0%B0%D0%B3%D1%80%D0%B0%D0%B6%D0%B4%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D1%8B%D1%85%20(недоступная ссылка) (2018.06.08). pdf Список награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан
Әҙәбиәт
- Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Бер тамсыла ҡояш сағыла. Таңсулпан Ғарипова ижады тураһында: Фәнни-популяр мәҡәләләр йыйынтығы/авт.-төҙ. Ә.М. Муллағолова. Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһын, Ғилем, 2011.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Өйөрмәле йылдар ауазы: Таңсулпан Ғарипова ижады. Өфө. 2005.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2012 й., 26 сентябрь.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Яҡты яҙмышлы әҙибә. — «Башҡортостан», 2002 й., 21 сентябрь.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Бәхетле яҙмыш. — «Башҡортостан» гәзите, 2007 й,, 22 сентябрь.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Ижадына бурыслыбыҙ. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 12 август.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Әҙибәнең моңло биш йондоҙо. — «Башҡортостан» гәзите, 2004 й., 22, 23,25, 28 сентябрь.
- Әминев Ә.М. Үҫеш юлдары. — Т. Ғарипова. Бөйрәкәй. Өфө, 1997 й., 5-8-се биттәр.
- Бәҙретдинов С. М. Сулпан таңды уята. — Ҡан-ҡәрҙәштәр төйәге. Өфө, «Китап». 1998 й., 228-235-се биттәр.
- Әлибаев З.А. Дәүер һулышы — герой характерҙарында. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 16 август.
- Түләков Р.Ғ. (Рәйес Түләк). Изгелек менән яуызлыҡ араһы йыраҡмы? — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 29 март, 1 апрель.
- Хәбиров Ә.Х. Үткәндәрҙе ваҡыт хөкөмөнә тарттырып. — Йәнле шишмәләр. Өфө, «Китап». 1996 й., 115-128-се биттәр.
- Әхмәтйәнова Н. Кеше яҙмышы — халыҡ яҙмышы. — «Ағиҙел», 2002 й., № 6, 153-155-се биттәр.
- Ҡолһарина Г. М. Аяныс моң. — «Ағиҙел», 2000 й., 164-166-сы биттр.
- Фәйзуллина З.Һ. Таң йондоҙо — Таңсулпан. — «Йәшлек» гәзите, 1997 й., 23 сентябрь.
- Гәрәев Ә.С. Күгәрсен йыры. — «Йәшлек», 1997 й., 23 сентябрь.