Ғарипов
Ғарипов — башҡорт фамилияһы. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Ғарипова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
- Ғарипов Миңсадиҡ Ғариф улы (1946—1998) — Рәсәй рәссамы, график, иллюстратор.
- Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (1932—1977) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992).
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (1928 т.) — тел белгесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы.
- Ғарипов Хәлит Әлтәф улы (11.08.1956), «Дыуанводоканал» предприятиеһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2022) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2012).
- Ғарипов Әхмәтшәриф Хәләф улы - Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, 1949—1984 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы.
- Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (1947 т.) — прозаик, драматург.