Ғарипов Талмас Мәғсүм улы
Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (31 июль 1928 йыл — 19 май 2022 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса Башҡорт АССР-ының тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Биографияһы
Талмас Мәғсүм улы Ғарипов[1] Мәскәү ҡалаһында 1928 йылдың 31 июлдә тыуған.
1952 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1956—1965 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан фидиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1957 йылдан ғилми секретарь була[2], 1960 йылдан — сектор мөдире, 1965 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1966 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында: 1968 йылдан — дөйөм тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы, 1977 йылдан — рус теле һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире.
1980 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта: 2010 йылға тиклем дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире була.
Талмас Ғарипов бадминтон буйынса Башҡорт АССР-ының тәүге чемпионы (1966); 1965—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Ғалим 2022 йылдың 19 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғилми тикшеренеүҙәре Урал-Волга буйы төрки телдәрен сағыштырма-тарихи өйрәнеүгә, башҡорт теленең грамматикаһы, этимологияһы проблемаларына, тел-ара бәйләнештәргә, социолингвистикаға, башҡорт тел ғилеме тарихына, шәрҡиәткә арналған. Талмас Ғарипов тарафынан башҡорт һәм татар телдәренең, уларҙың диалекттары һәм һөйләштәренең фонетикаһы, морфологияһы һәм лексикаһының уртаҡ һәмайырмалы билдәләре асыҡлана («Урал-Волга буйының ҡыпсаҡ телдәре. Синхроник һәм диахроник ҡылыҡһырлау тәжрибәһе» («Кыпчакские языки Урало-Поволжья. Опыт синхронической и диахронической характеристики»; 1979). 550-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Ғилми хеҙмәттәре
- Башкирское именное словообразование. Уфа, 1959;
- Грамматика современного башкирского языка. М., 1981 (авторҙ.);
- Семиречие Башкортостана. Семиязычный словарь. Уфа, 1998;
- Başkirica. Уфа, 2004.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - Гарипов Талмас Магсумович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2013. Архивировано 5 февраль 2013 года.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6445/16389044.29/0_864c4_b89f1ee6_orig
- ↑ В Уфе ушел из жизни известный языковед-тюрколог Талмас Гарипов. ИА «Башинформ», 20 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2022)
Әҙәбиәт
- Полвека в науке и просвещении: Публикации Т. М. Гарипова и о нём. Уфа, 2003;
- Грунина Э. А. Т. М. Гарипов: к 80-летию учёного //Вопросы тюркской филологии. Вып. 8. Материалы Дмитриевских чтений. М., 2009.
Һылтанмалар
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 май 2022)