Ғарипов Хәлит Әлтәф улы
Хәлит Әлтәф улы Ғарипов (рус. Гарипов Халит Альтапович; 1956 йылдың 11 авгусы, 1-се Иҙелбай) — техник-механик, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1985 йылдан хәҙерге «Дыуанводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәре, инженеры, 2005 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2022) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2012).
Биографияһы
Хәлит Әлтәф улы Ғарипов 1956 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ының Салауат районы 1-се Иҙелбай ауылында тыуған[1].
1963 йылдан урындағы башланғыс мәктәптә, 1967 йылдан — Йүрүҙән йылғаһы аръяғындағы күрше 2-се Иҙелбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
1971—1975 йылдарҙа Өфө автотранспорт техникумында[2] «Техник-механик. Автомобилдәрҙең төҙөлөшө һәм уларҙы йүнәтеү» һөнәре буйынса махсус урта белем ала.
1976—1978 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була, уны Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө составында үтә.
1980 йылдан хәҙерге «Дыуанводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәре, 1985 йылдан инженеры, 2005 йылдан — директоры[1][3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы.
- 2012 йылдан «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы тарафынан Дыуан районы муниципаль район советына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә. Өсөнсө (2012—2016), дүртенсе (2016—2020)[4] һәм бишенсе (2020—2024) саҡырылыш район советына күпселек тауыш менән депутат итеп һайлана[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2022)[1]
- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Почёт грамотаһы[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2024)
- ↑ Хәҙер Өфө автотранспорт колледжы.
- ↑ Сайт «ЗнаемВсех». МУНИЦИПАЛЬНОЕ УНИТАРНОЕ ПРЕДПРИЯТИЕ «ДУВАНВОДОКАНАЛ» РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Гарипов Халит Альтапович, директор (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2024)
- ↑ Гарипов Халит Альтапович, 11.08.1956. Республика Башкортостан — МУП «Дуванводоканал», директор
- ↑ Проект партии «Единая Россия» «Избиратель — депутат. Найди своего депутата. 2015—2024». Гарипов ХалитАльтапович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2024)
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2024)
- ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ — ДЫУАН РАЙОНЫ. «Башҡортостан» гәзите, 30 март 2013 йыл (Тикшерелеү көнө: 13 август 2024)
- Светлана Серебренникова. Течёт из-под крана «живая» вода. Информационно-рекламная газета «Деловой мир Башкортостана» от 9 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2024)