Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы
Радик Сәфәрғәле улы Вәлмөхәмәтов (рус. Радик Сафаргалеевич Вальмухаметов; 1966 йылдың 12 феврале, Ташбулат ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй йырсыһы. 2003 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, 2005 йылдан — «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе, 2007 йылдан «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), күп кенә халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты.
Биографияһы
1966 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған.
1991 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (А. К. Мәсәлимова класы), 2001 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай (Р. М. Мусина класы).
1991 йылдан «Таусылар» мәҙәниәт һарайы ансамблендә йырлай. 2003 йылдан «Йәдкәр» фольклор ансамблендә эшләй, ә 2005 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ихлас» төркөмөнә етәкселек итә. 2007 йылдан йырсы «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө составында сығыш яһай[2].
2008 йылда Р. Вәлмөхәмәтовтың «Тыуған яҡты һағынам» аудиоальбомы сыҡты.
Яңғыҙ йырлау партиялары
Композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов йырҙары; башҡорт халыҡ йырҙарын («Ильяс», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Эскадрон», «Хәтирә»), татар халыҡ йырҙары («Сәрмән», «Шахта») башҡара, «Урал моңо» (1993), «Яҙғы моңдар» (1995), «Туған тел» (2008; барыһы ла — Өфө), «Дуҫлыҡ йыры» (Нефтекама ҡалаһы, 1995) конкурстарында ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003);
- Башҡорт йәштәренең «Урал моңо» республика конкурс‑фестивале лауреаты (1993);
- Башҡорт йырҙарын башҡарыусылар «Яҙғы моңдар» республика конкурсы (1995);
- Татар йырҙарын йәш башҡарыусыларҙың «Туған тел» конкурсы (2008);
- Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ йыры» халыҡ‑ара фестивале лауреаты (1995);
- Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк конкурсы лауреаты (1997).
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр:
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ ЛЕГЕНДЫ ЭСТРАДЫ, ретро группа. Официальный сайт Башгосфилармонии (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- ↑ Айтуган Вальмухаметов. bashopera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Торжественная церемония открытия республиканского конкурса «Учитель года Башкортостана» и межрегионального конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы» в 2021 году. irorb.ru.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Народный артист РБ Радик Вальмухаметов провел юбилейный вечер. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Рим Рахимов. bashopera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Һылтанмалар
- Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- http://www.bashgf.ru/personalii/445/(недоступная ссылка)