Бәхти Ғайсин

Бәхти (Бәхтиғәни) Миңлейәр улы Ғайсин, Бәхти Ғайсин (рус. Гайсин Бахти Миниярович; 1930 йылдың 24 ғинуары, Кешәнне, Башҡорт АССР-ы1991 йылдың 5 октябре, Өфө) — совет аккордеонсыһы һәм композиторы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1962). РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986).

Биография

Ғайсин Бәхти (Бәхтиғәни) Миңлейәр улы 1930 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Кешәнне ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостандың Ауырғазы районы).

1953 йылда Өфө музыка училищеһының халыҡ инструменттары бүлеген (И. П. Фоменков класы) тамамлаған.

1953—1961 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры концертмейстеры булып эшләгән. 1961—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы концертмейстеры булған.

СССР-ҙа, ГДР-ҙа, Финляндияла һәм Францияла гастролдәрҙә булған[1].

Бәхти Ғайсин йырҙары
  • «Ике аҡҡош» (Хәсән Баян шиғыры);
  • «Ниңә гелән иркәм» (Шәриф Бикҡол шиғыры);
  • «Бөгөлә ҡайын» (Шәриф Бикҡол шиғыры);
  • «Яҙғы урман» (Назар Нәжми шиғыры);
  • «Ҡайтыһың шикелле» (Хәсән Туфан шиғыры);
  • «Һөйләгәндәр һөйләһендәр» (Әнғәм Атнабаев шиғыры);
  • «Ҡара мыйыҡ» (Гөлшат Зәйнәшева шиғыры)[2].

Ғаиләһе

Ҡыҙы — Розалия Бәхтиғәни ҡыҙы Ғайсина; ейәндәре — Тимур, Дмитрий һәм Станислав.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1962).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986).

Хәтер

Өфөлә Б. Ғайсин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

1997 йылдан алып Толбазы балалар музыка мәктәбенә Бәхти Ғайсин исеме бирелгән.

Кешәнне мәктәбендә Бәхти Ғайсин исемендәге музей эшләй[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Гайсин Бахти Миниярович (башҡ.). Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  2. Мы земляки Бахти. Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан (10 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  3. Его музыка радовала сердца людей (К 85-летию со дня рождения музыканта и композитора Бахти Гайсина). 24 июль 2026 тикшерелгән.